Все новости
Байрам уңайынан
1 Октября 2019, 12:28

Ауылымдың өлгөлө өлкәндәре

Яҡшымбәттә өлгөлө тормош алып барған кешеләр күп. Минең әйтер һүҙем дә 80 йәштәрҙәге ауылымдың өлгөлө өлкәндәре тураһында булыр. Улар барыһы ла бөйөк хеҙмәт юлы башҡарып, атҡаҙанған уҡытыусы исемдәренә лайыҡ булған педагогик хеҙмәт ветерандары, өлгөлө, егәрле, тырыш, сабыр холоҡло, тыйнаҡ, һөйөклө әсәйҙәр, яратҡан өләсәйҙәр, өлгөлө ҡәйнәләр, ауылыбыҙҙың әүҙем тормош алып барған, оло йөрәкле һоҡланғыс, дәрт-дарманлы, өлгөр, тырыш, тәрән аҡыллылар, тәжрибәләр. Һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл һәм ихлас күңелле кешеләр. Беҙ, ауылдаштары, улар менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Оло йәштәгеләр көнө һәм Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым, уларға сәләмәт оҙон ғүмер, тормоштарынан ҡәнәғәт булып, бәхетле йәшәүҙәрен теләйем.

Рәйлә АҠҺАРОВА

Яҡшымбәт ауылы


Фотола (һулдан уңға): Фәниә Рәхимйән ҡыҙы Ғәлиева, ветеран уҡытыусы (филолог); Фәриҙә Карамат ҡыҙы Бикмаева, ветеран уҡытыусы; Гөлйөҙөм Әхмәҙулла ҡыҙы Абдрахманова,«Искра» хужалығының кадрҙар бүлеге етәксеһе, хеҙмәт ветераны; Фәниә Фәттәхетдин ҡыҙы Бикмаева, ветеран уҡытыусы (филолог); Бикмаева Лениза Барый ҡыҙы, ветеран мәҙәниәт хеҙмәткәре; Рәхилә Йәғәфәр ҡыҙы Бикмаева, хеҙмәт ветераны; Лена Барый ҡыҙы Исламғолова, ветеран уҡытыусы (географ); Асия Хәбибрахман ҡыҙы Манғотова, ветеран уҡытыусы (математик); Хәйәт Кәлимулла ҡыҙы Исламғолова, ветеран уҡытыусы (немец теле уҡытыусыһы); Зәйтүнә Закир ҡыҙы Әлимбәкова, хеҙмәт ветераны, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған һатыусыһы); Фәниә Мөхәмәт ҡыҙы Исламғолова, хеҙмәт ветеран уҡытыусы, элекке химия уҡытыусыһы.
Читайте нас: