Все новости
Байрам уңайынан
1 Октября 2019, 12:35

Керәүле инәйҙәре

Party for Everybody тигән йырҙы күптәр хәтерләйҙер әле. Буран әбейҙәре был йырҙы Евровидениела башҡарып дан алды. Буран әбейҙәре беҙҙә булмаһа ла, Керәүле-Илюшкин әбейҙәре бар. Йәл, улар өсөн шәп йыр яҙырҙай махсус композитор В. Дробыш юҡ. Шулай ҙа беҙҙең инәйҙәр мах бирә торғандарҙан түгел - улар Земфираның йырын йырлай. Ҡайҙа йырлай, ишткән юҡ, тиһегеҙме, тәү тапҡыр был йырҙы улар 8 октябрҙә Өфөлә башҡарасаҡ. Был көндө беҙҙең Көйөргәҙе районы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған марафон-фестифалгә барасаҡ. Бер нисә көн элек кенә көйөргәҙеләр Әбйәлил районы ҡулынан штандарты алды. Сират, шулай итеп, беҙгә етте. Был ҙур сараға райондан 300 кеше, шул иҫәптән Керәүле-Илюшкиндың йырсы инәйҙәре лә юлланасаҡ. Был мәртәбәле сараға Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ филармония бинаһына үҙҙәре киләсәк. Байрам елле генә булмаҡсы, шуға һәр ишеткән-күргәне, атлап йөрөй алғаны байрамға рәхим итһен. Әлеге штандартты нимә эшләтәһегеҙ, тиһегеҙме? Уны 8-дә Ҡариҙел районына бирәсәкбеҙ. Быныһы алда булыр, ә әлегә Земфираны төп нөсхәлә тыңлайбыҙ.

М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: