Все новости
Байрам уңайынан
4 Октября 2019, 13:14

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАР!

Нисәмә йыл уҡытыусы булып эшләһәм дә, үҙем дә уҡытыусымдың уҡыусыһымын. Илкәнәй ауылында уҡытҡан тәүге уҡытыусым булған Минзәлә Миһранова бер ҙә иҫемдән сыҡҡаны юҡ. Белем донъяһының серҙәрен йөрәгем түренә дөрөҫ илтә белгәнең өсөн, рәхмәт һиңә, уҡытыусым.
Минзәлә Марс ҡыҙының өйрәтеп әйткән һүҙҙәре менән һәр ваҡыт эшемде намыҫлы башҡарырға тырышам. Уның уҡытҡан дәрестәре, биргән һабаҡтары һаман ҡолаҡта сыңлай.
Аҙаҡ оҙаҡ йылдар ҡаланың М. Исҡужин исемендәге башланғыс мәктәбендә ҙур хөрмәт ҡаҙанып лайыҡлы эшләгән тәүге уҡытыусым Минзәлә Марс ҡыҙын Уҡытыусылар көнө уңайынан ысын йөрәктән ҡотлайым. Һаман да ябай, алсаҡ, ихлас булған оло йөрәкле кешемә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем.
Ҡотлау һүҙҙәре менән Рита МИҺРАНОВА
Таймаҫ гимназияһы директоры Гүзәл Усманованы мәктәптә эш башлаған ваҡытынан уҡ эшкә мөккибән киткән, ваҡыт менән иҫәпләшә белмәгән оло йөрәкле уҡытыусы итеп беләбеҙ. Өс балалы әсәй, ҡатын булғас белемен арттырыу маҡсатында юғары уҡыу йортона уҡырға ла инде ул. Тырыш һәм бар нәмәгә лә өлгөр гүзәл заттан барыбыҙ ҙа өлгө алдыҡ.
Гимназиябыҙҙа директор булғаны бирле коллективты дөрөҫ туплай алды, оҫта ойоштороусы ла. Ғәҙел, талапсан етәксебеҙ кадрҙарҙы үҫтерә, һәр кемдең эшен күреп лайыҡлы баһалай ҙа белде, йәш белгестәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып тура юл күрһәтеүсе лә. Ул үҙенең ҡул аҫтындағыларға бер ҡасан да тауыш күтәрмәне, ә үҙ аҡылы менән эш итте. Ул эштә генә түгел һәр ерҙә лә алдынғы булды. Ғаиләһе менән Усмановтар ансамбле төҙөп лауреаттар исемен яулап концерттар уртаһында ҡайнаусы ла улар ғаиләһе ине.
Гүзәл Фәтих ҡыҙы үҙ эшен ҡалдырып хаҡлы ялға китәм тигәс гимназиябыҙҙың ҡыйығын алып ташлағандай булды. Йәл, уны бер ҙә ебәргебеҙ килмәй... 65 йәше тулһа ла, уның әле һаман да дәрте лә, көсө лә ташып тора. Беҙ коллективыбыҙ исеменән етәксебеҙ Гүзәл Фәтих ҡыҙын Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уның оло хөрмәткә лайыҡлы эше өсөн рәхмәтлебеҙ! Гүзәл Фәтих ҡыҙына киләсәктә лә бөгөнгөләй дәртле, тырыш гүзәл зат булып ҡалырға теләйбеҙ.
Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы коллективы
М. Исҡужин исемендәге Прогимназиябыҙҙың директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова, уҡытыусыларыбыҙ — Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаева, Гөлназ Сәғит ҡыҙы Әмирғәлина, Гөлнара Илдар ҡыҙы Дәүләтова, Клара Сәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина, Тамара Рәҡит ҡыҙы Әлиева, Вәсилә Ким ҡыҙы Ғәбитова, Люциә Рамаҙан ҡыҙы Сөләймәнова, Әнүзә Салауат ҡыҙы Йәмилева, Азамат Уралбәк улы Хәмитов, Светлана Ғәбделбаян ҡыҙы Кинйәбаева, Зөлфиә Зиннур ҡыҙы Бикбердина!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Байрам менән!
Ҡотлау менән М. Исҡужин исемендәге
Прогимназияның уҡыусылары һәм ата-әсәләре
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәсилә Әлимғол ҡыҙы Мөхәмәтшина һәм тәрбиәсебеҙ Лилиә Хәмит ҡыҙы Илгилдина!
Беҙ быйыл беренсе тапҡыр ғына 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты тупһаһы аша атлап керҙек. Һеҙ беҙҙе үҙегеҙҙең мөләйем йылмайыуығыҙ, алсаҡ ҡарашығыҙ, яғымлы һүҙҙәрегеҙ менән ҡаршы алдығыҙ һәм гимназия-интернат тормошона етәкләп алып индегеҙ!
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ һәм тәрбиәсебеҙ! Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн иң ихлас рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ бер ҡасан да һеҙҙең йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, һәр саҡ үҙебеҙҙең еңеүҙәребеҙ һәм уңыштарыбыҙ менән һөйөндөрөп кенә торорға тырышасаҡбыҙ!
3-сө БРГИ-ның 5 Б класы уҡыусылары
Читайте нас: