Все новости
Байрам уңайынан
4 Октября 2019, 11:37

ИКЕНСЕ ӘСӘЙ

Башланғыс класс уҡытыусыһы булып уҡыусыларына икенсе әсәй була белгән, кескәйҙәрҙе яратҡан кеше генә эшләй алалыр ул. Ҡансыра ауылындағы башланғыс кластар уҡытыусыһы Мәҙинә Сәйфуллина тап шундай кешеләрҙең береһе тип ышаныслы әйтеп була. Ул бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялланған. Уны изге хыялдары тәүҙә Салауат ҡалаһындағы педагогия колледжына, аҙаҡ Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. Юғары белем алған йәш ҡыҙ үҙ эшен тыуған ауылы Ҡансырала башлай.

- 1990-сы йылда эш хеҙмәтем башланды. Аллаға шөкөр, ошо бер урында ғына хәҙер 29 йыл эшләйем. Эшемде ныҡ яратып башҡарам, хатта балалар каникулда саҡта ла һағынам үҙҙәрен. Яратҡан эш бер ҡасан да ялҡытмай, шуға ла үҙем һайлаған һөнәремә бер ҙә үкенмәйем. Уҡытыусы эшенән башҡа бер һөнәрҙе лә күҙ алдыма килтермәйем, - ти үҙ эшенә ғашиҡ уҡытыусы.

Башланғыс класс уҡытыусыһы булғас Мәҙинә Нурулла ҡыҙы бар эште лә үҙе башҡара. Дәрестәрҙә балаларға белем бирһә, байрамдарҙа төрлө сценарийҙар яҙып, ҡулына баян тотоп, балаларҙы йырлата ла бейетә. “Берәй байрам булһа, ауылыбыҙ балалары ла килә беҙгә, күмәкләп матур сара үткәреп ебәрәбеҙ”, - ти ул.

Мәҙинә Сәйфуллина үҙе уҡытҡан уҡыусыларының балаларын уҡыта хәҙер. Ата-әсә лә үҙ уҡытыусыларына балаларын ышанып тапшыра, сөнки улар Мәҙинә апаларының оло йөрәкле, ҙур тәжрибәле уҡытыусы икәнен үҙҙәре белә.

Тормош иптәше Самат та берәй ярҙам кәрәкһә, йүгереп бара мәктәпкә, балаларға ярҙам итеү ул үҙе бер йыуаныс бит ул ти. Балаларын да аң-белемле, юғары рухлы итеп тәрбиәләргә ирешкән Сәйфуллиндар. Өлкән улдары Айнур мәктәпте миҙал менән, ә Өфө Дәүләт техник университетын яҡшы билдәләренә генә тамамланы. Әле ул әрме тарафтарында хеҙмәт итеп йөрөй. Ҡыҙҙары Наҙгөл 3-сө БРГИ-ны тамамлап, Салауат медицина колледжында, ә кесе ҡыҙҙары Алтынай 3-сө БРГИ-ла уҡып йөрөй.

- Төрлө йылдарҙа уҡытҡан уҡыусыларымдың һәр береһен бер тигеҙ күреп яраттым һәм яратам. “Уҡытыусы” тигән исем генә лә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Ошо исемде яулағанһың икән уны лайыҡлы итеп аҡлай белергә лә тейешһең. Уҡытыусы булараҡ шуны әйтер инем, барлыҡ ауылдарҙа ла башланғыс кластар булһын ине. Сөнки бәләкәй балаларға көн дә ситкә йөрөп уҡыуы ныҡ ауыр, уларҙы хәүеф аҫтына бер ҙә ҡуйырға ярамай, - ти малай һәм ҡыҙҙарҙың икенсе әсәләре булған уҡытыусылары.

Бала саҡтан һайлаған хеҙмәт юлы Мәҙинә Нурулла ҡыҙы тормошона ышаныс та, көс-дәрт тә өҫтәй. “Уҡытыусы” исемен йөрөткән оло йөрәкле шәхескә сәскән орлоҡтары артабан да емешле һәм уңышлы булыуын теләйбеҙ.

Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: