Все новости
Байрам уңайынан
8 Октября 2019, 11:32

Иң-иңдәр билдәләнде

Кисә Бахмут ауылы мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина һәм райондың Почетлы граждандары ҡатнашты. Шулай уҡ был сарала һөнәри байрамдары уңайынан уҡытыусыларҙы ла тәбрик иттеләр.

Иң тәүгеләрҙән булып сығыш яһаусы Юлай Талха улы сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да Республика көнө менән ҡотланы һәм райондың инвестиция хәле хаҡында бер аҙ мәғлүмәт биреп үтте.

- Отчет осоронда инвестициялар күләме 345 млн. һум тәшкил итте. Был былтырғы йылдың ошо осорона ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк. Районда кесе һәм урта эшҡыуарҙар тарафынан 124 яңы эш урыны булдырылды (был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 1,5 тапҡырға күберәк), - тине ул. Шулай уҡ Юлай Ильясов район уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

- Бөгөнгө көндә районда 17 дөйөм белем биреү һәм 7 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 300-ҙән ашыу педагог хеҙмәт итә, - тип тамамланы ул һүҙен һәм иң алдынғы, иң лайыҡлы хеҙмәткәрҙәргә район Хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.

Миграция һорауҙары буйынса бүлек начальнигы Татьяна Бычкова был көндө райондың иң йәш 4 гражданының ҡулдарына тантаналы рәүештә паспорт тотторҙо.

Рузалия Сафиулла ҡыҙы республиканың ҡаҙаныштары хаҡында яҡындан таныштырғандан һуң Михаил Глущенкоға, Рәжәп Юлбарисовҡа, Дмитрий Красновҡа, Фирҙәүес Шәмсетдиноваға «Башҡортостандың 100 йыллығы» миҙалдарын тапшырҙы.

Республика көнөнә арналған сара районыбыҙ таланттары әҙерләгән матур концерт программаһы менән тамамланды.

Розалия НАЗАРОВА

Автор фотолары
Читайте нас: