Все новости
Байрам уңайынан
8 Октября 2019, 12:15

ҠОТЛО БУЛҺЫН ҺИНЕҢ ЙӨҘ ЙӘШЕҢ!

Республика көнө һәм Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү уңайы менән билдәле яҡташтарыбыҙға сығып, уларҙың Көйөргәҙе районының республика тарихына индергән өлөшө, ауылдарҙың киләсәге хаҡында уй-фекерҙәрен, күҙаллауҙарын белештек.

Әхәт Йәүҙәт улы ҠОТЛОӘХМӘТОВ, Аҡһары ауылында тыуған, 2001-2019 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләүсе, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы:

- Район хакимиәте башлығы булып эшләгән осоромда ҡыуаныслы хәлдәр ҙә, күңелде бошорғандар ҙа булғандыр. Бар нимә лә, бәлки, шыма ғына бармағандыр, шулай ҙа халыҡ өсөн тырышып эшләнем. Районыбыҙҙа республика күләмендәге ике ҙур семинар үтеүе күңелдә ныҡ ҡалған. Уларҙың береһе һаулыҡ һаҡлау буйынса булһа, икенсеһе мәғариф темаһы ине. Шулай уҡ районыбыҙҙа күп күперҙәр эшләнде, бихисап объекттар төҙөлдө. Газ үткәрҙек, бының өсөн районыбыҙға ҙур баһа ла бирелде. Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың ныҡ ярҙамын тойҙоҡ, уға рәхмәтлемен. Юлдарға килгәндә инде бар ергә лә асфальт түшәү мөмкинлеге булманы, шулай ҙа асфальт һалынмаған ерҙәрҙә ҡырсынташтар түшәлде.

Фермер хужалыҡтар күтәрелде. Колхоз, совхоздар ябылғас күп ерҙәр бирелде һәм ерҙәр эшкәртеү буйынса республикабыҙ буйынса тәүге бишәүҙәр исмелегенә кереү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй.

Батырҙарыбыҙ исемдәрен мәңгеләштереп һәйкәлдәр ҡуйылды. Барлыҡ ауылдарҙа ла тыл ветерандарына таҡтаташтар асыуға ирештек. Һуңғы йылдарға килгәндә инде музыка мәктәбенә, “Йәшлек” мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эштәре башлағайныҡ, был да ҡыуаныс. Районыбыҙҙа бассейн асылыуын ныҡ теләгәйнем, 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш булһа ла, октябрь етте, ниңәлер был эш һуҙыла. Ярай, ҡасан да булһа, был эш тә тамамланыр, тип ышанам.

Барлыҡ көйөргәҙеләрҙе лә Республика көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Районыбыҙҙан бик күп билдәле шәхестәр сығыуы менән ғорурланам һәм артабан да районыбыҙ халҡы республикабыҙ киләсәгендә үҙенең тос өлөшөн индерер, тип ышанам. Районыбыҙҙың киләсәге яҡшы булһын, тип өмөтләнәйек һәм бергә тырышайыҡ. Яңы етәкселәр ҙә халыҡ менән аңлашып, тырышып эшләһендәр, тип теләйбеҙ. Донъябыҙ сәскәһе булған сабыйҙар күберәк тыуһын, улар яҙмышы өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булһын.
Раиль Абдулла улы ӘБДРӘШИТОВ, 1975-1999 йылдарҙа Көйөргәҙе районын етәкләүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы Яңы Мораптал ауылында тыуған:
- Бына әле яңы ғына Яңы Мораптал мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейында булып ҡайттым. Әлеге көндә унда 240 уҡыусы белем ала. Ә заманында бында 600 бала уҡый ине. Мин районды етәкләгән осорҙа әллә күпме мәктәптәр, балалар баҡсаһы, амбулаториялар төҙөлдө. Ә һуңғы осорҙа уларҙың күптәре ябыла. Шул йәнде әсетә. Михайловка, Марьевка мәктәптәре ябылды, әле бына Ҡансыра мәктәбен дә япмаҡсы булалар икәнен гәзиттән уҡып белдем. Балаларҙы автобус менән йөрөтөп уҡытыу еңел түгел бит, ҡыш көнө юлдарҙы таҙартып өлгөрмәйҙәр. Дауаханаларҙа ла койка урындарын ҡыҫҡартып бөттөләр. Морапталда һәм Свободала 50-шәр койканы 10-ға ҡалдырҙылар. Ермолаевола 160 ине, хәҙер 20 генә. Бер нисә йыл элек районға ике министр килгәйне. Әхәт Йәүҙәт улы менән бергә мин дә улар менән осрашыуға барҙым. Шунда: «Әгәр 10-20%-ҡа кәметһәгеҙ, оптимизация аңлашыла ул, ә бында 10 тапҡырға кәмей бит», - тигән инем, миңә: «Халыҡ иҫәбе кәмей бит, элек халыҡ күпме ине һуң?» - тиҙәр. «Ул ваҡытта ла 25 мең тирәһе ине халыҡ, әле лә шул уҡбыҙ», - тигәс үҙҙәре лә аптырап ҡалдылар. Шул ваҡытта Свободала 5 кенә койка ҡалдырмаҡсылар ине, 10-ды яҡлап алып алдыҡ. Әле бына В. Путин, амбулаторияларҙы тергеҙәйек , ти ҙә ул, нисек булыр. Амбулаториялар булған саҡта халыҡҡа дауаланырға бик уңайлы ине бит. Хәҙер киренән тергеҙәм тиһәң дә, белгестәрен табып булмай, эш булмағас, улар тирә-яҡҡа таралып бөттө.
Ауыл хужалығына килгәндә инде, мин эшләгән заманда колхоз-совхоздар гөрләп торҙо. Мин район етәкселегенән киткән саҡта 5 совхоз, 7 колхоз ҡалғайны. Кировты етәкләгән Әфтәх Ишмаев, Калинин колхозынан Василий Осипов, «Искра»ла, Кировта эшләгән Рәүеф Әбдрәшитов иң көслө етәкселәр булды. Әлеге көндә ярай әле Киров исемендәге һәм «Искра» хужалыҡтары һаҡланып ҡалды. Колхоздар таралғас, йәштәргә эш юҡ, йәштәр киткәс, ауылда балалар юҡ, мәктәптәр ябыла. Барыһы ла бер-береһе менән бәйле. Ауылдарҙың киләсәге күренмәй. Фермерҙар ғына күп эш ҡыйрата алмай. Баҫыуҙарҙың ҡайһы бер урындары ғына эшкәртелә, күп урындары буш ята. Хәҙер бит Аграр университетҡа барырға теләүсе лә юҡ. Зоотехник, агроном һөнәрен алып, ҡайҙа эшкә бара ул? Элек колхоз-совхоздарҙа ғына 32 мең баш мал бар ине. Хәҙер 10 меңгә ҡалды. Унан тыш ауыл халҡының ғына 10 меңдән ашыу һыйыр малы иҫәпләнде. Үҙгәрештәр, алға китештәр булырмы, әйтеүе ҡыйын. Юғарыла ултырғандар телевизорҙан күпме иген алғанды һөйләп ултыралар ҙа ул, әммә улар ауылдарҙың ҡатмарлы хәлен аңламайҙар бит. Уларҙы ҡайҙа алып баралар, шунда барып ҡарайҙар ҙа ҡайталар. Ярай, беҙҙең Башҡортостан менән Татарстанда хәлдәр шөкөр әле тиергә була. Башҡа яҡтарға барһаң, сүп үләне баҫып алған.
Өлфәт Миңләхмәт улы ҠОБАҒОШОВ, Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор:
- Көйөргәҙе районы үҙенең бик күп данлыҡлы шәхестәре менән республика тарихына ҙур өлөш индерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер, мәҫәлән, Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи һәм Шәмсетдин Зәки кеүек билдәле шәхестәребеҙҙе һаман да лайыҡлы рәүештә күрһәтә белмәйбеҙ. Уларҙы һәм уға тиклем дә булған иң боронғо шәхестәрҙе тарих сүплегенә ташламаҫҡа, ә күтәрергә кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы, районда Кинйә Арыҫлановҡа ныҡлы иғтибар бүленде. Быларҙың барыһы ла район хакимиәтенең элекке башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың тырышлығы арҡаһында эшләнде. Ул Көйөргәҙенең данлыҡлы шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн ҙур эш башҡарҙы. Һәр районда ла улай күтәрә белмәйҙәр әле ул. Ғөмүмән әйткәндә, ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы оноторға ярамай. Борон замандан иң түрҙә аҡһаҡалдар ултырған, ә хәҙерге заманда шуны онотоп ебәрәләр һәм үҙҙәре үк түргә менеп ултыралар. Боронғо менән сылбыр һәр саҡ йәшәргә тейеш. Ул бер ҡасан да өҙөлмәһен, тамырҙарыбыҙ ҡоромаһын ине. Көйөргәҙе — легендалар, эпостар төйәге. «Аҡбуҙат» эпосы бында яҙып алынған. Беҙҙә эпостарҙы белгән, уларҙы һаҡлаған халыҡ йәшәгән. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тарихына 100 йыл ғына түгел, уның мең йылдан артыҡ тарихы бар. 100 йыл уның бер өлөшө генә.
Ауылдарға килгәндә инде, ысынлап та, ауылдарҙан халыҡ китә. Бер яҡтан был дөрөҫтөр, беҙҙекеләр ҙур-ҙур ҡалаларҙы ла яулап алырға тейештәр. Ауылдар бер ҡасан да бөтмәйсәк, тип уйлайым. Өҫтә ултырған етәкселәр аңлы рәүештә эшләһәләр, шул саҡта ауылдарыбыҙҙы ҡотҡарып ҡалыу ғына түгел, ә алға ебәреп тә буласаҡ. Ауылдарыбыҙ, һис шикһеҙ гөрләр, сәскә атыр. Халыҡ ерһеҙ йәшәй алмай ул. Ер йәшәтә уны. Гел генә ҡалала өйкөлөшөп йәшәп булмай. Бушап ҡалған ерҙәребеҙгә килмешәктәр килеп тулмаһын өсөн, барыбыҙға ла тырышырға кәрәк. Беҙҙең республикабыҙҙың байлығы ла, рухи мираҫы ла етерлек. Рухыбыҙ емерелмәһен. Шул саҡта барыһы ла яҡшы булыр. Тиҙҙән ауылдарҙан ғына түгел, ә ҡалаларҙан да милләтте йәшәтеүсе данлыҡлы кешеләр үҫеп сығыр, тигән өмөттәмен. Аҡыллы йәштәребеҙ күп беҙҙең. Киләсәк улар ҡулында.
Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы ХИСАМОВА, Ялсыҡай ауылында тыуып-үҫкән мәғариф ветераны, шағир, Б.Бикбай исемендәге премия лауреаты:
- Көйөргәҙе районы республика тарихында ҙур урын тота, тип һис икеләнмәйсә әйтә алам. Район бөтә өлкәләрҙә лә алдынғылар рәтендә, ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүленә. Быларҙың барыһына ла район хакимиәтенең элекке башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың роле ҙур. Көйөргәҙенең бер бәләкәй генә Кинйәабыҙ ауылынан өс Герой сыҡҡан. Был тарихта булмаған хәл. Республиканың бер быуатлыҡ тарихында тыуған яҡтарымдан ниндәй генә данлыҡлы шәхес сыҡмаған, улар арһында табибы ла, ғалимы ла, яҙыусыһы ла, композиторы ла бар. Бөтә жанрҙарҙа ла әүҙем эшләгән Баязит Бикбай үҙе генә ни тора!
Тыуған ауылым Ялсыҡайҙы бер ҡасан да онотҡаным юҡ. Үҙем ҡалала йәшәһәм дә, күңелем һәр саҡ шунда. Нишләйһең инде, кешене яҙмыш ҡайҙа ташлай, шунда көн итергә мәжбүр. Ауылымда тырыш, уңған халыҡ йәшәй, матур итеп донъя көтәләр. Эс бошорғос әйберҙәр ҙә бар, әлбиттә. Ул — урта мәктәптең ябылыуы. Шулай ҙа киләсәккә ҙур өмөттәр бағлайым. Халыҡтың барыһы ла барыбер ауылды ташлап китмәҫ, ташларға тейеш тә түгелдәр. Ҡаланан ауылдарға ҡайтып йәшәргә, фермерлыҡ хужалығы булдырырға ниәтләнеүселәр бар әле. Шулай булғас, ауылдарыбыҙ киләсәктә гөрләр, йәштәр ҡайтыр, урамдарыбыҙ балаларҙың шат тауышына күмелер, мәктәбебеҙҙе лә яңынан тергеҙеп ебәрерҙәр, тигән ышаныс менән йәшәйем.

Читайте нас: