Республика көнө һәм Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү уңайы менән билдәле яҡташтарыбыҙға сығып, уларҙың Көйөргәҙе районының республика тарихына индергән өлөшө, ауылдарҙың киләсәге хаҡында уй-фекерҙәрен, күҙаллауҙарын белештек.
Марат Талғат улы АҘНАБАЕВ, Яҡшымбәт ауылында тыуып-үҫкән ғалим-офтальмолог, БР Фәндәр академияһы академигы, меди
цина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, С.Юлаев ордены кавалеры:
- Көйөргәҙенән сыҡҡан данлыҡлы яҡташтарҙы, районыбыҙ ҡаҙаныштарын һанап тормайым, уларҙы барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Бөгөнгө көндә мине иң борсоғаны — ауылдарыбыҙҙың киләсәге. Ауылдар ҡыйын хәлдә бөгөн. Фермерҙар ғына ауылдарҙы күтәрә алмай. Беҙгә Киров исемендәге, «Искра» кеүек башҡа күҙгә күренерлек хужалыҡтар кәрәк. Бының өсөн кооперативтарҙы кире тергеҙергә тура килер. Ер эше ауыр, унда бер ғаиләнең генә көсө етерлек түгел. Был турала бик күп тапҡырҙар әйткәнем бар, тағы ҡабатлайым: сеймал сығарыу менән генә сикләнмәҫкә, ә шул сеймалды эшкәртеү эшен яйға һалырға кәрәк. 7 тәңкәгә бойҙай һатҡансы, 20 һумға икмәк һатыу күпкә отошлораҡ бит. Һөттө лә, көнбағышты ла арзан хаҡҡа ебәрәбеҙ. Сеймал менән генә байып булмай. Бына нефтте һатабыҙ ҙа һатабыҙ, байыныҡмы? Һаман да баҙар системаһына кереп китә алмайбыҙ шул. Ауылдан кеше китә тибеҙ, производство булһа, китмәҫтәр ине. Бына беҙ үҙебеҙ ҙә операция яһау менән генә сикләнмәйбеҙ, ә шул эш өсөн кәрәкле продукция ла етештерәбеҙ. Күрше Ырымбур өлкәһендәге Октябрьскийҙы ғына алайыҡ, унда 3-4 урында көнбағыш майы сығаралар, 7-8 урында пилорама эшләй. Яҡшымбәттә 2 пилорама бар ине заманында, бөтөрҙөләр. Хәҙер үҙҙәре таҡтаға Октябрьскиға йөрөй. 50 йылдан һуң тормошто нисек күҙаллайһығыҙ, тиһегеҙме? Һаман да ошондай темп менән йәшәһәк, 50 йылдан һуң республикабыҙ булырмы, юҡмы әле? Үҙегеҙ күрәһегеҙ, милли телдәрҙе ҡыҫырыҡлайҙар. Туған телде уҡытыуҙы 1 сәғәткә генә ҡалдырҙылар. Бер сәғәт кенә уҡып, телде һаҡлап алып ҡалып буламы ни? Гәзит-журналдарҙың тираждары кәмей. Милләт бөтһә, республика ла бөтә. Үҙ фекерен ҡурҡмайынса әйтеүсе кешеләр юҡ. Депутаттарҙы һайлағанда ла, ауыҙҙарын йомоп ултыра торғандарҙы түгел, ә һүҙен әйтә белеүселәрҙе һайларға кәрәк. Ауылдар бөтһә, бәләкәй милләттәр бөтә, миллләттең киләсәге юҡҡа сыға. Бәләкәй милләттәрҙе тик шул ауылдарҙа ғына һаҡлап алып ҡалып була, ҡалала уларҙың телен һаҡлау ҡыйын. Милләтебеҙҙе, республикабыҙҙы, ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн беҙҙең барыбыҙға ла ҡурҡып ятмаҫҡа, һүҙебеҙҙе әйтергә, бар көстән тырышырға кәрәк буласаҡ.