Все новости
Байрам уңайынан
25 Октября 2019, 12:26

27 ОКТЯБРЬ - АВТОМОБИЛЬ ҺӘМ ҠАЛА ПАССАЖИР ТРАНСПОРТЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан йөркә түренән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Автомобиль транспорты беҙҙең хужалығыбыҙҙың мөһим тармағы һәм тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәренә йыш ҡына көнө-төнө төрлө һауа шарттарында эшләргә тура килә. Райондың автотранспорт тармағы уларҙың оҫталығы һәм эшкә яуаплы ҡарауҙары һөҙөмтәһендә тотороҡло һәм өҙлөкһөҙ эшләй. Лайыҡлы хеҙмәтегеҙ һәм профессионализмығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, бәхетле, тигеҙ һәм иркен юлдар теләйем!

Ю. Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.

***

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Ихлас йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ—Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Автомобиль күптән инде беҙҙең тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Был хеҙмәт юғары һөнәри оҫталыҡ һәм ойошҡанлыҡ талап итә.

Күмертау автомобилистары, сәнәғәт предприятиелары һәм төҙөлөш ойошмаларының, социаль өлкә һәм сауҙа учреждениеларының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеп, йөк һәм пассажир ташыу мәсьәләһен уңышлы хәл итә.

Был байрам көндө барығыҙға ла эшегеҙҙә уңыштар, хәүефһеҙ юлдар, именлек, ғаилә бәхете теләйем!

О. Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.

Читайте нас: