Все новости
Байрам уңайынан
25 Октября 2019, 12:19

Үҙ эштәренең оҫталары

“Искра” хужалығында 22 йыл водитель булып эшләүсе Наил Хәсәнов.
“Искра” хужалығында 22 йыл водитель булып эшләүсе Наил Хәсәнов.
Илебеҙҙең иҡтисадын, үҫешен , алға барышын автомобиль транспортынан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Сөнки бөгөн автомашиналар көндәлек тормошобоҙҙоң нигеҙе, алға әйҙәүсе тармаҡ булып тора. Иртән тороп, яңы көн башланғас та, беҙ ниндәй эште башҡарырға ҡарар итһәк тә, бөтәһе лә техникаға барып тоташа. Был транспорт төрө етештерелгән тауарыңды, игенеңдеме, мал аҙығымы, төҙөлөшмө, пассажирҙарҙы йөрөтөүме һанап бөткөһөҙ бихисап эштәрҙе ошо автомобилдәр менән эшләйбеҙ. Илебеҙҙә октябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Йылдан-йыл автотранспорт күбәйә, шул уҙ ваҡытта автомобиль йөрөтөүселәргә лә үтә ҙур яуаплылыҡ һәм иғтибар талап иткән һөнәр ул. Сөнки юлдарҙа йөрөгән транспорт – ҙур хәүеф сығанағы ла ул. Шуға күрә лә бөгөн водителдәр иңенә ташыған йөгө өсөн дә, тирә-яҡтағы йәйәүлеләр өсөн дә яуаплылыҡ ята. Беҙҙең “Искра” хужалығы автопаркында 60 водитель эшләй. Улар хужалыҡ тормошондағы сәселгән һәм үҫтерелгән игенде ташыу, мал аҙығы әҙерләү, төҙөлөш, янғын һүндереү кеүек эштәрҙе башҡаралар. Коллективта оло тәжрибәгә эйә водителдәр эшләй. Рафиҡ Абдрахманов, Надир хәйбуллин, Илшат Түләков, Наил Хәсәнов, Радик Бикмаев, баш диспетчер Илдус Түләков, гараж мөдире Рикат Аҙнабаев, механик Динар Сынбулатов, Фуат Һөйөнов һәм башҡа водителдәр - үҙ эштәренең оҫталары.
Читайте нас: