Все новости
Байрам уңайынан
25 Октября 2019, 12:23

Хулигандар ҙа осрай

Руле төшмәй ҡулдарҙан.
Үтә ғүмер, оса ғүмер
Илкәй буйлап юлдарҙа, -
тигән йырҙы тыңлағанда ғүмеренең дүрт тиҫтә йылын машинала үткәргән Шаурат Юлбарисов күҙ алдына килеп баҫа. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә эш урыны яҙылған.
Шаурат ағай әрмегә тиклем 11 ай уҡып водитель һөнәренә эйә була. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған ауылы Яманғолда бер ай самаһы көтөүсе булып эшләй, аҙаҡ Мәләүез филиалының Күмертауҙағы “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһына урынлаша. Ул саҡта был филиал 1832-се автоколонна тип атала.
- Эшләү дәүеремдә төрлө саҡтар булды, әммә барыбер ошо эштән башҡа бер һөнәрҙе лә күҙ алдыма килтермәйем, - ти Шаурат Әбделмән улы. - 23 йыл йөк машиналары паркында эшләнем, 1980 йылдан алып 2003 йылға ҡәҙәре Күмертау совхозында шофер булдым. 2003 йылдан пассажирҙар паркында эшләйем. Пассажирҙар йөрөтөү күпкә яуаплыраҡ, кеше ғүмере һинең ҡулыңда. Шуға руль артында саҡта мин юлдан башҡа бер нимәгә лә иғтибар итмәйем. Ҡаршыға килгән машиналарҙа таныштар булһа йә ҡысҡыртып, йә фар яҡтыртып иҫәнләшеп китһәләр ҙә, хәүефһеҙлек тәү сиратта. Мин бит кешеләрҙе йөрөтәм, бар иғтибарлығымды тик юлға ғына йүнәлтәм. Пассажирҙарға минең менән йөрөргә уңайлы булһын тип, барыһын да эшләргә тырышам.
Был ысынлап та шулай, Шаурат ағай үҙе йөрөткән транспортын ярата, буш ваҡыты булған һайын уны ҡарап, тәрбиәләп кенә тора. Ҡырҡ йылға яҡын эшләү дәүерендә бер ваҡытта ла етәкселәренән шелтә, ә пассажирҙарынан насар һүҙ ишетмәгән. Спиртлы эсемлекте лә водителдәргә эсеү ҡәтғи тыйылыуын яҡшы аңлай ул.
Ҡалабыҙҙағы автотранспорт предприятиеһы янына тарихи ГАЗ АА (полуторка) машинаһын ҡуйғас та, Күмертау ғорурлығы булған был транспорт менән парадтарға сығыуҙы ла тик уға ғына ышанып тапшырғандар.
- Был Полуторка менән Өфөгә илебеҙҙә етештерелгән машиналар парадында ла ҡатнаштым. 2000 йылдан үҙебеҙҙең Күмертауҙа үткәрелгән Еңеү байрамында, Ҡала көнөндә йыл да парадҡа сығам. Аҙаҡ запчастәрен алып, үҙем генә белгән ергә йыйып ҡуям, сөнки йыйып ҡуймаһаң юғалыуы ихтимал, - ти ул.
Һәр саҡ үҙ эшен яратып башҡарғаны, оло йөрәкле булғаны өсөн ихтирамға лайыҡ ул Шаурат ағай. Ғаиләһенә лә һәр саҡ кәрәк һәм терәк булған хужа ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше Әлифә быйыл яҡты донъя менән хушлашҡан. Бәхетенә күрә, Шаурат ағайҙың терәге булған Альбина менән Альмира исемле ҡыҙҙары бар.
Шаурат Юлбарисовтың күпме саҡырымдар үткәнен, ниндәй юл михнәттәрен күргәнен тик Хоҙай ғына беләлер. Уның эшен баһалаусы Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, дипломдары бер ҡосаҡ. Хеҙмәт ветераны ла ул.
Май айында 60 йәш тулған Шаурат ағай ноябрҙә хаҡлы ялға сығасаҡ. Шулай булһа ла эшләргә ине әле, ти ул. Әле ул “Нефаз” автобусында Күмертау-Ермолаево маршрутында пассажирҙар ташый.
-Айына 300 сәғәт йыйылып китә. Аҙнаһына алты көн эшләйем, бер көн ял итәм. Көнөнә һигеҙ рейс яһап, 13 сәғәт тә эшләргә тура килә. Элекке кеүек түгел хәҙер, арыттырыу ҙа һиҙелә. Унан һуң хәҙер кешеләр араһында мөнәсәбәттәр ҡырҡыулаша. Кемгәлер ҡыйын булып, иҫтәрен юғалтып тәгәрәп тә китәләр. Был саҡта инде уларға тәүге ярҙам күрһәтеү мөһим. Хулигандар ҙа осрай, улар автобусҡа керһәләр сыҡмайҙар, туҡталышта сыҡһалар керетеп булмай аптыраталар, - ти. Һәр кемгә ярай белеү, матур итеп аралашыу ҙа мөһим сифат. Шаурат Юлбарисов был йәһәттән итәғәтле, ниндәй генә осраҡ килеп сыҡһа ла, уртаҡ тел таба белә.
Төп эшенән тыш спортты ла үҙ итә ул. Ҡышын саңғыла шыуырға, ә йәйен велосипедта йөрөргә ярата. Йүгереүҙе лә ташлағаны юҡ, төбәк-ара ярыштарҙа йүгереү буйынса һәр саҡ беренселекте ала. Турникта күтәрелеү буйынса ла йәштәрҙең танауҙарына сиртә Шаурат ағай. Үҫмер сағында уҡ ауылда баҡсаһында үҙе турник яһап, класташтарын шунда шөғөлләнергә саҡырып йөрөр булған.
Ауыр һәм яуаплы ул шофер булыу, әммә Шаурат Әбделмән улы профессионал, ул үҙ эшен бик яратып башҡара.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: