Все новости
Байрам уңайынан
8 Ноября 2019, 15:08

10 НОЯБРЬ – РӘСӘЙ ЭСКЕ ЭШТӘР ОРГАНДАРЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Хөрмәтле Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ – йәмәғәт именлегенә һәм районыбыҙҙың тотороҡло үҫешенә индергән өлөшөгөҙ, хәүефһеҙлек, кешеләрҙең һаулыҡ һәм тыныслыҡ гарантияһы. Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, граждандарҙың намыҫын, абруйын һәм хәүефһеҙлеген һаҡлауҙа һеҙҙең иң күркәм һөнәри сифаттарығыҙ – ҡыйыулыҡ һәм изгелек, батырлыҡ һәм үҙ-үҙеңде аямау асыҡ сағылыш таба.

Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һайланған һөнәрегеҙҙе яратып башҡарыуығыҙ, законға һәм хәүефһеҙлекте һаҡлауға тоғролоғоғоҙ өсөн ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ.

Һеҙгә, яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яуаплы дәүләт эшмәкәрлегегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!

Ю. Т. ИЛЬЯСОВ,

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.

***

Ҡәҙерле Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау – дәүләтебеҙҙең мөһим бурысы, уны уңышлы хәл итеү йәмғиәтебеҙҙҙең тотороҡлоғон, илебеҙҙең ныҡлы үҫешен, граждандарҙың тыныслығын, именлеген, хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Эске эштәр органында хеҙмәт итеү бер ҡасан да еңел булманы. Ул көндәлек тәүәкәллек, ҡыйыулыҡ, түҙемлек, үҙ эшеңә мөкиббән бирелеүҙе талап итә. Рәсәй эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре был сифаттарға эйә.

Һөнәри байрамдары айҡанлы, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла, ғаиләләренә сәләмәтлек, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем.

О. Ю. ФРОЛОВ,

Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: