Все новости
Байрам уңайынан
22 Ноября 2019, 11:48

Урындары ожмахта

Ошо донъяға нур сәсеп, көләс йөҙ менән йәм биреүсе, беҙгә йән биреүсе изге зат ул ғәзиз әсәйҙәр. Быларҙы үҙең әсәй, өләсәй булғас ҡына төшөнәһең икән. Татлы төн йоҡоларын йоҡламай, һине һөйөп, яратып, йомшаҡ, йылы ҡулдары менән һыйпап, өҫтөңә йылы юрғандар ябыусы ла ул – әсәй! Бала илауынан төндәрен күҙ ҙә йоммай, сәңгелдәк бәүетеп, ҡулында йөрөтөп, тынысландырып йоҡлатҡан да әсәй. Ауыҙынан өҙөп, һуңғы ҡабым ризығын да бүлергә әҙер булыусы әсәй. Кейемде лә үҙе кеймәй, нисек тә балаһын кейендерергә тырышыусы – әсәй.
Үҙем өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Әсә көнө яҡынлашҡан һайын әсәйемде иҫкә алам. Олоғайып ҡына донъянан китһә лә, күңелдә төйөн булып тора. Был донъяла бер кем дә мәңгелек түгел. Шулай ҙа, әсәйемде иҫкә алып, яҙып үтәһем килә. Яманһары ауылында Хәбилә өләсәйемдең туғыҙ бала араһынан иҫән ҡалып үҫкән ҡыҙ бала. Уға атай иркәһе күрергә насип булмай, бер йәш ярым булғанда атаһы вафат була. Был 1921-1922 йылғы аслыҡ йылдарға тура килә. Бала сағы ас-яланғас заман да була. Өләсәйем тырыш, егәрле ҡатын булыу сәбәпле, мал аҫырап, күпләп картуф, ҡабаҡ сәсеп көн күрәләр. Морапталға уҡырға барып, ҡыш уҡығас, ташларға мәжбүр була. Йөрөп уҡырға, ашарға ташырға кәрәк. Яңғыҙ әсәйҙең мөмкинселеге булмай. Шулай итеп йыл артынан йыл үтә, 1939 йылда минең буласаҡ атайым менән тормош ҡоралар. Тәүге ҡыуаныстары – ағайым, икенсеһе – мин, ҡыҙ бала, донъяға килгәнбеҙ. Тик ҡыуаныстары оҙаҡҡа булмай. 1941 йыл һуғыш башлана, атайҙы 1942 йылдың 1 апрелендә һуғышҡа алып китәләр. Ике бала менән әсәйем тороп ҡала. Ул ваҡытта өй һайын шундай ҡайғы-хәсрәт, һағалап торған аслыҡ, яланғаслыҡ халыҡты бик ҡаҡшатҡан.
Атайым 1945 йылдың август айында бер күҙен юғалтып, тағыла күп тапҡыр яраланып, ҡайтып төшә. Тормош дауам итә. Аслығына ла, тормош ауырлығына ла түҙәләр. Артабан да ғаиләбеҙҙә балалар донъяға килделәр. Дүрт ир бала, алты ҡыҙ бала булдыҡ.
Хәҙер, әлбиттә, еңел үҫкән һымаҡ, алыҫта, томан араһында ҡалған иҫтәлектәр. Ә бит меҫкен әсәйемдең беҙгә булған хеҙмәтен, биргән күңел йылыһын, наҙын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Балалыҡ, йәшлек менән беҙ бит һиҙмәнек. Иҫемә төшөргән һайын, ирекһеҙҙән, күҙ йәштәрем сыға, йөрәгем илай. Түләй алдыҡмы хөрмәтте, ризалай алдыҡмы хеҙмәтен? Балалар йоҡлағанында аяҡ остарына ғына баҫып йөрөйҙәр әсәйҙәр. Ошо турала йәштәргә әйтәһе һүҙҙәр бик күп йыйылған. Әсәйҙәр – улар донъя тотҡаһы, йәме, тормоштоң усағы. Яҙмыш ҡосағына тапшырмайыҡ ғәзиз әсәйҙәрҙе, йылы һүҙҙән мәхрүм итмәйек. Юҡҡа ғына ауыр хәлгә ҡалһаҡ, бәлә-ҡазалар килһә “Әсәй” – тигән изге, ҡәҙерле һүҙ иҫкә киләме? Йә булмаһа Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорайбыҙ. Ошо донъяны ҡалдырып киткән әсәйҙәрҙең йәндәре йәннәттә, урындары ожмахта, ауыр тупраҡтары еңел булһын.
Илебеҙҙәге бар булған әсәйҙәрҙе ошо Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем!
Иҫкә алам әсәйемде
Әсәкәйем моңһоу ғына
Ҡарап ҡуйҙы көҙгөгә,
Кинәт кенә сикәһенә ҡунған
Сал сәстәре төштө күҙенә.
Һыйпап ҡарай сәстәрен
Үҙ күҙенә үҙе ышанмай.
Маңлайҙағы бураҙналар,
Сәстәрҙәге салдар алдамай.
Ҡат-ҡат ҡарап ала
Әллә алдай тиеп көҙгө лә,
Ғүмеркәйҙәр үткән һайын
Тәбиғәт үҙенекен белгертә.
Һалһын әйҙә бураҙналар,
Ап-аҡ булһын сәстәрең.
Бураҙналар, сал сәстәрең
Белгертә йәшәү йәмен.
Күпме булған борсолоуҙар,
Үткән йоҡоһоҙ төндәр.
Ҡапшап ҡарай сабыйыңдың
Юрғанын япҡан ҡулдар.
Сабыйыңдың һин ишетһәң
Ыңғырашҡан тауышын,
Һис уйламай бирер инең
Йәнеңдең бер өлөшөн.
Ошо уйҙар, борсолоуҙар
Һинең йөҙөндө биҙәй,
Салдарға ла, һырҙарға ла
Беҙ бит ғәйепле – Әсәй!
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: