Все новости
Байрам уңайынан
3 Декабря 2019, 11:16

Әсәләргә дан йырланды

Үткән йома көнө районда шаулап-гөрләп Әсәләр көнө байрамы үтте. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов исеменән уның беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин әсәләрҙе ҡотланы. «Әсәйҙәрҙе ҡайһы саҡ онотоп та китәбеҙ. Уларға иғтибарыбыҙҙы йәлләмәһәк ине», - тине ул сығышында һәм 26 районыбыҙ әсәйҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина: «Һуңғы йылдарҙа демография мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Беҙ, әсәйҙәр генә, ошо мәсьәләне хәл итә, демографияны күтәрә алабыҙ», - тип, әсәйҙәргә иң изге теләктәрен әйтте һәм ошо көндәрҙә генә Өфөлә, БР Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алған Яҡуп ауылынан 5 бала әсәһе Венера Бәшированы, Павловка ауылынан 6 бала әсәһе Юлиә Рәжәпованы тағы бер ҡат ҡотлап үтте. Район ЗАГС-ы начальнигы Светлана Иванова быйылғы йылда әсәй булған бер туған Белизноваларҙы тәбрик итте. Район ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Вера Фросина, баш ағинәй Тамара Малбаева ла әсәйҙәрҙе ҡотланы. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов: «Нисә йәш булһа ла, сәстәребеҙгә сал ҡунһа ла, беҙҙең барыбыҙға ла әсәй кәрәк», - тигән һүҙҙәренә ҡушып, шиғырҙар ҙа уҡып ишеттерҙе. Районыбыҙ артистарының һәм балаларҙың әсәләргә бағышлап дан йырлауы ла залда ултырған тамашасыны әсир итте.
Розалия ҒӘЛИЕВА
Автор фотоһы
Читайте нас: