Все новости
Байрам уңайынан
6 Декабря 2019, 14:35

Көслө рухлылар байрамы

3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә.

3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Айсыуаҡ мәҙәниәт һарайында был көндө мөмкинлектәре сикләнгән райондаштар өсөн тантаналы сара ойошторолдо. Был сара шулай уҡ Көйөргәҙе районы инвалидтар ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуға ла арналды.
Тантаналы сараны район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов асты. Район ойошмаһын юбилей менән тәбрикләп: «Һеҙҙең тормошоғоҙ көн дә төрлө ҡаршылыҡтар менән көрәшеүҙән тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һеҙ көслө рухлыһығыҙ, һеҙҙең ихтыяр көсөгөҙ ҙур, һеҙ һәр ваҡыт тулы тормош алып барырға тырышаһығыҙ. Иң мөһиме — күңелдәр ғәрип булмаһын», - тине ул һәм райондың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Василий Булгаковҡа оло рәхмәт белдерҙе. Артабан иң әүҙемдәр район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән, ә төрлө ярыштарҙа еңеү яулаусылар дипломдар менән бүләкләнде. Улар өсөн Ермолаевоның коррекцион мәктәп-интернаты, «Йәшлек» мәҙәниәт йорто артистары һәм инвалидтар ойошмаһы активистары ҡатнашлығында йәмле концерт программаһы күрһәтелде.
Р. НАЗАРОВА
Читайте нас: