Все новости
Байрам уңайынан
6 Декабря 2019, 14:20

Мөғжизәләр иле

Бар район, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә лә Яңы йылға әҙерлектәр әүҙем бара.

Бар район, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә лә Яңы йылға әҙерлектәр әүҙем бара. Күмертауҙа быйыл пиксель йыршы ҡуйҙылар. Башҡортостанда барлығы 9 ҡалала ошондай шыршы ҡуйыла, иң бейеге Өфөлә була - 32 метр, хаҡы - 20,8 млн. һум. Саҡ ҡына ҡыҫҡарағы Стәрлетамаҡта - 24 метр. Беҙҙәгеһенең оҙонлоғо 18 метр буласаҡ. Республикалағы барлыҡ пиксель шыршыларға бүленгән сумма - 115 миллион һум.
Ермолаевола быйыл шыршы “Йәшлек” мәҙәниәт йорто алдында ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ әкиәт иленә оҡшаған боҙ ҡаласағы ла төҙөләсәк. Бында килгән һәр кем үҙен мөғжизәгә эләккән кеүек хис итәсәгенә шик юҡ.
Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Йыл да Яҡшымбәттә мәҙәниәт йорто ҡаршыһына боҙ ҡаласығы эшләйбеҙ. Быйыл да шыршы ҡуйып, боҙ һындары менән уратып ҡуйырға уйлайбыҙ. Балаларға шыуғаҡ та ҡуябыҙ. Шыуғағыбыҙҙы тимерҙән эшләтеп алдыҡ. Йыл да төҙөйбөҙ ҙә аҙаҡ кире һүтеп йыйып ҡуябыҙ. Шулай уҡ балалар өсөн хоккей коробкаһын да эшләргә ваҡыт етте. 10-15 декабрҙәргә тиклем был эштәрҙе атҡарып сығырға тырышасаҡбыҙ. Финанс яғынан килгәндә, әлбиттә, сығымдар талап ителәсәк. Боҙҙарҙы киҫтереп алып килергә лә кәрәк. Шуға аҙыраҡ ауылыбыҙ советы хакимиәтенән аҡса бүлергә тырышабыҙ инде.
Нурия ШӘРИПОВА, Бахмут ауыл советы хакииәте башлығы:
- Бахмут мәҙәниәт йорто территорияһына шыршы ҡуябыҙ. Балаларға шыуғаҡ та яһаласаҡ. Шыршыны йыл да ауылыбыҙ биләмәһе территорияһында йәшәүселәр биреп тора. Быйыл беҙгә Бахмут ауылында йәшәүсе Виктор менән Нина Модиндар бирәсәктәр. Уларға баҡсаларындағы шыршылары электр сымына ҡамасаулай тейҙәр. Әлбиттә, әҙерҙе алып ҡайтып ултыртҡанға бының мәшәҡәттәре күберәк сыға, шулай ҙа бысҡан ваҡытта сымдарға зыян килмәһен өсөн электриктарҙы, алып килеп ҡуйырға техника менән ярҙам итеүселәрҙе таптыҡ. Ә инде балалар өсөн шыуғаҡты үҙебеҙҙең көс менән эшләйәсәкбеҙ.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: