Һәр ваҡыт ошо мәл етеү менән барыһы ла йылыбыҙ нисек үтте тигән һорауға яуап эҙләй. Юғалтыуҙар күберәк булдымы, әллә йышыраҡ табыштарға юлыҡтыҡмы? «Юшатыр» гәзите лә Яңы йыл алдынан үткән йылды барлай. Барлыҡ булған үҙгәрештәр беҙҙе, гәзитте уҡыған барса халыҡты кеүек үк, урап үтмәне. Пенсия йәшен оҙайтып ташланылар, пенсияға ҡағылышлы закон былтыр уҡ ҡабул ителһә лә, шауҡымын быйыл ғына күрҙек, ә йәшерәктәр уның тәмен киләсәктә ныҡ татыясаҡ әле. Беҙҙән Тәлғәт Шаһманов хаҡлы ялға китеп барҙы. Ил башлығы пенсияға сығыу йәшен арттырыуҙы аңлап ҡабул итегеҙ тигәйне, Тәлғәт Ғиндулла улы бик ныҡ аңлап ҡабул итте – хаҡлы ялға ярты йылға артығыраҡ эшләп сыҡты.
Сүп реформаһы халыҡты бер аҙ шаңҡытты, уны ла аңлап ҡабул иттек: сүпкә батып барабыҙ, башҡаса юлы юҡ. Илдә халыҡ кәмей, илдең территорияһы бигерәк ҙур, шул уҡ ваҡытта сүпте ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ, бәләкәй илдәр нисек ҡыйға батып, һаҫыҡҡа тонсоғоп үлеп бөтмәй икән тигән генә яуапһыҙ һорау тыуҙы, шулай ҙа.
Борсолоуҙар быйыл күп булды, иң ныҡ борсолғаныбыҙ Украина өсөн булды, буғай. Башҡа бәләләр (хаҡтар артыуы, илдәге хәйерселәр һаны 20 миллион уҡ булып китеүе, юлдарҙың, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты, хатта пенсия реформаһы) Украина алдында пүстәк булып ҡалды. Хатта ундағы президент һайлауҙарын үҙебеҙҙең президентты һайлағанға ҡарағанда ла диҡҡәтлерәк күҙәттек.
Үҙебеҙҙәге, тәнгә һәм йәнгә яҡыныраҡ хәлдәр байтаҡ булды. Башҡортостан Башлығы итеп Радий Хәбировты һайланыҡ. Элекке хужа – Рөстәм Хәмитов байтаҡ кешене ялҡытҡайны ахры, беҙҙең халыҡҡа көслө ҡул кәрәк, ул шуны ярата һәм халыҡ теләгәнен алды, тип әйтергә булалыр. Ошоға тиклем күреп тә, ишетеп тә белмәгән инцидент тигән нәмә барлыҡҡа килде. Ниндәйҙер төпкөл ауылдың проблемаһы бар икән, тотаһың да туранан-тура Республика Башлығына яҙаһың, урындағы түрәләр шунда уҡ, йәһәт кенә креслоһынан тороп, проблеманы хәл итә башлай, яуабын да бирә. Анауында сүп ята йәки юл таҙартылмаған тигән һорау ғына булһа рәхәт тә, илдә йыйылған ҙурыраҡ проблемаларҙы йырып сығыр өсөн ниндәй инцидент уйлап табырға – аптыраҡ.
Республикаға яңы Башлыҡ килгәс, үҙгәреш елдәре беҙҙең район-ҡаланы ла урап үтмәне. Б. Беляев яңы етәкселеккә оҡшап ҡалды, ТОСЭР, Күмертауҙа асылған Боҙ һарайы, квантолаб үҙ эшен эшләне, буғай. Борис Владимирович, күптәр күҙҙаллағанса, Өфөгә китеп барҙы, уға эштең иң яуаплыһын йөкмәттеләр – торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Күмертауҙың элекке хужаһы артынан урынбаҫары Н. Лапшина ла башҡалаға йүнәлде, Күмертау сиктәрен күптән үткәйнеләр улар.
Көйөргәҙе районы ла яңы елдәрҙән йәшенеп ҡала алманы, күп йылдар власта булған Әхәт Ҡотлоәхмәтов йүгәнен систе. Башҡа ерҙәрҙә нисектер, беҙҙә барыһы ла башлыҡҡа бәйләнгән тиергә була. Уның тын алышынан, кәйефенән күп нәмә тора. Райондағы атмосфера ла, яңы хужа килеү менән, үҙгәрә. Үҙгәреш тәү сиратта башлыҡтың уң ҡулдарына тейҙе: урынбаҫарҙар Л. Хәмитова, Р. Килдебаев урындарын бушатты. Был урындарға әле береһе, әле икенсеһе ултырып ҡараны, береһе килде, икенсеһе китте, был алмашыныуҙар һаман бөтмәгән, киләһе йылда ла беҙҙе был өлкәлә яңылыҡтар көтә, тип әйтергә була.
Силсәүиттәрҙең дә байтағы алмашынды. Яңы килгәндәрҙән кемеһелер аҙна-ун көн эшләмәҫтән үк ҡамытын туғарҙы. Силсәүит креслоһына килеп ултырған яңыларынан «ҡалай ауыр икән был эш» тигәнде ишетергә тура килде. Ауыл башлығы эшен майлы ҡалъя тип береһе лә уйламағандыр, шулай ҙа һыуҙың тәрәнме, йылымы икәне унда төшөп йөҙә башлағас ҡына беленә.
Нимәһенә әле былары? Хакимиәт эшмәкәрлеге гәзит менән туранан-тура бәйләнгән, компетентлы кеше икән, тимәк, беҙҙең өсөн дә яҡшы. Һорауға дөрөҫ, аҡыллы итеп, ваҡытында яуап биргән, йөҙөн йәшермәгән, ниндәйҙер фекер әйтә белгән кеше менән, һорауҙан ҡасҡан йәки, һанға һуҡмай, бөтөнләй яуап бирмәгәндәр араһында айырма ҙур. Был һорауға ҡағылғас, шуны ла әйтергә кәрәк: яңы килгән власть өсөн гәзит булды ни, булманы ни кеүек тигән фекер тыуҙы. Социаль селтәрҙә фотоға матур итеп төшөп, үҙенең эшен күрһәтһә – булды. Әллә гәзитте барыбер Өфөлә уҡымайҙар (бар эшмәкәрлек өҫтәге түрәләр күрһен, баһалаһын тип башҡарыла, яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал тигән принцип күптән үлде), әллә бөтә халыҡ интернетта ултыра, ошонда уҡыһалар ҙа етә тип уйлайҙар. Беҙгә – гәзиттәргә нисек тә ошондай ваҡытта тормошта үҙ урыныңды табыу, кешегә беҙ ҙә кәрәк тигәнде иҫбатлау мөһим ине. «Юшатыр» йыл буйы тиерлек уҡыусыға файҙалы булырға тырышты, интернетта булған хәбәрҙәрҙе теҙеп кенә баҫып ултырманы, төрлө һөйләшеүҙәр, интервьюлар, башҡа саралар үткәрҙе, һәр материал «Беҙ юшатырҙыҡы» тип ҡысҡырып торһон тип эшләнде.
Ауыр заманда йәшәйбеҙ, нисек кенә оптимист булма, быны танырға кәрәк. Ошондай ваҡытта һәр кем нисек тә тере ҡалырға тырыша, был ынтылыш беҙҙә лә йәшәп килә. Заманаһы еңел түгеллекте иҫбатлап, хатта Радий Хәбиров та чиновниктарға Яңы йыл корпоративтарын үткәреүҙе тыйҙы: күрмәйһегеҙме, халыҡ нисек йәшәй, ошондай заманда артистар саҡырып, бокалдар зыңғырлатып, кәйеф-сафа ҡороп ятырға ярамай – ҡарғарҙар.
Ҡарғау тигәндән, хәтәр ваҡытҡа эләктек бит, интернет ныҡ үҫеште тинек, беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөм, Аллаға шөкөр, арыу ғына эшләп килә. Риза булмағандар ҙа бар, юҡ-юҡта һөжүм итеп алалар. Быйыл башың икәүме әллә, тештәрең ныҡмы тигән янауҙар булды. Тештәр ҡайҙан ныҡ булһын, стоматологҡа барырға ла аҡса еткереп булмай, баш та берәү. Ошоңарсы был баш муйында ҡалып килде, киләһе йылда ла урынында булыр тип ышанырға ине.
Редакцияла эшләгән кешеләр һаны – 4. Элек 10-дан артыҡ инек (анау сама кеше нимә эшләп йөрөнөк икән тип аптырайбыҙ хәҙер). Шул дүртәүҙең береһе техник кадр. Үҙем урам, үҙем һуғам тигән шикелле, элек ун кешегә тәғәйен эште, шулай бүлешергә тура килде, ҡалайтаһың, бөтә ерҙә ҡыҫҡарыш, бөтә ерҙә оптимизация, түрәләр генә ҡыҫҡармай.
Кемдәр 2020 йылға «Юшатыр»ға яҙылған, рәхмәт. Кемдәр яҙылмаған, әммә ошоңарсы беҙҙең менән булған – уларға ла рәхмәт (донъя бит, кемдең аҡсаһы етмәгән, кемдер беҙҙән ваз кискән - давайлап яҙҙырыуҙы бөтөнләй үҙ итмәйбеҙ, көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы юҡ). Тағы ла «Юшатыр»ҙы уҡып, яратып та артабан уҡый һәм ярата алмағандар бар – баҡыйлыҡҡа киткәндәр (һуңғы йылдарҙа беҙҙең менән яҙышып торған байтаҡ кешебеҙҙе юғалттыҡ, йәл). Уларҙың йәндәре йәннәттә булһын.
Тағы нимәһен әйтергә? Быйыл бар ил буйынса Театр йылы булды, Күмертауҙа театр юҡ ахры, һәр хәлдә ишетелгәне булманы, районда, ярар, үҙешмәкәрҙәрҙең тырышлығы арҡаһында сәхнә һыуынмай әлегә. Шулай ҙа был Театр йылын үткәреү штандарттар бирешеүгә генә ҡайтып ҡалды ахры. Фәлән ерҙә труппа төҙөлгән, яңы кәстүмдәргә, декорацияларға аҡса биргәндәр тигән һүҙ булманы. Мостай Кәримдең юбилейын арыу ғына үткәрҙек, Күмертау һәм Көйөргәҙе, хатта Башҡортостан өсөн генә әһәмиәтле булманы был дата, Рәсәй масштабына ла күсте булыр. Донъяла башҡорт әҙәбиәте лә бар бит әле тип иҫкә төшөрөү өсөн яҡшы сәбәп булды. Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Автономия тигән һүҙҙе бик ҡулланырға тырышманыҡ, буғай, әллә оятыраҡ булды, әллә уны ҡысҡырып әйтергә яраманымы инде. Совет дәүләтендә иң тәүге республика булыуға ирешеүебеҙҙе бер заман бөтөнләй онотоуҙары ла бар.
Йыл йомғағын яҙғанда һүҙҙе әллә күпме сурытырға була, тик нимәһен һуҙаһың, барыһын да үҙегеҙ күреп, үҙегеҙ белеп тораһығыҙ. Шуны айырып әйтергә кәрәк: уҡыусылар менән бәйләнеш тығыҙ булды, хаттар төрлө сүрәттә (конвертта ла, интернет аша ла) килеп торҙо, фото, видеолар ебәреп беҙҙе ҡыуандырҙығыҙ, бының өсөн һәр әүҙем кешегә рәхмәтлебеҙ. Киләһе йылда ла һеҙ беҙгә, беҙ һеҙгә кәрәк булып йәшәргә яҙһын.