Все новости
Байрам уңайынан
1 Января 2020, 23:40

Бер ҡасан да онотмаясаҡмын

Мәскәүҙә, Кремлдә үткән Президент шыршыһы байрамынан алып ҡайтҡан матур тәьҫораттарым менән бүлешкем килә.

Мәскәүҙә, Кремлдә үткән Президент шыршыһы байрамынан алып ҡайтҡан матур тәьҫораттарым менән бүлешкем килә.
Мин тәүге тапҡыр самолетта остом. Ата-әсәйҙәребеҙ ҡурҡа-ҡурҡа ғына беҙҙе самолетҡа ултыртып ебәрҙеләр. Самолетҡа ултырғас, үҙебеҙ ҙә тәүҙә әҙерәк ҡурҡыңҡыраныҡ, әммә һуңынан өйрәнеп киттек. Самолетта беҙгә төрлө тәмлекәстәр бирҙеләр. Мәскәү ҡалаһына шул тиклем тиҙ барып еттек, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Башҡортостандан барған барлыҡ уҡыусыларға республика флагы төҫөндәге башлыҡ һәм шарфтар бүләк иттеләр, шуға күрә беҙҙекеләр әллә ҡайҙан күренеп торҙо. 4 уҡыусыға 1 етәксе булыуы ла ныҡ оҡшаны. Үҙебеҙҙең етәксебеҙ Вәсилә Раиль ҡыҙына рәхмәтлемен, ул беҙҙе бөтә ерҙә лә ҡурсалап ҡына йөрөнө. Отелдең 28-се ҡатында бөтә уңайлыҡтары булған 2 кешелек кенә бүлмәлә йәшәнек. Ресторанда туҡландыҡ. Байрам тамашаһы ла, бүләктәре лә бик оҡшаны. Мәскәү буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. Илебеҙҙең баш ҡалаһын ныҡ оҡшатып ҡайттым. Шуныһы ҡыҙыҡ: унда бөтөнләй ҡар юҡ икән дә, асфальт ҡоп-ҡоро.
Мине Кремлдә уҙған ошо матур байрамға һайлап ебәреүсе 3-сө БРГИ коллективына, етәкселеккә, барлыҡ яратҡан уҡытыусыларыма, мәғариф министрлығына рәхмәт әйткем килә. Мәскәүҙән алып ҡайтҡан хәтирәләрҙе бер ҡасан да онотмаясаҡмын.
Әлиә ТАИПОВА,
3-сө БРГИ-ның
6-сы класс уҡыусыһы
Читайте нас: