Все новости
Байрам уңайынан
1 Января 2020, 15:10

Мөғжизә яһағандар

Ауылға йәм өҫтәлә.

Яҡут ауылында ла балаларҙың ҡәҙерен белгән халыҡ йәшәй. Улар сысҡанды һимеҙ итеп яһаған, балаларҙың һәр береһе килеп һыйынырлыҡ булһан өсөн шулай иткәндәр һәм бында тәрән мәғәнә лә бар: киләһе йыл һимеҙ, таҙа, туҡ булһын.

***

Ялсыҡай ауылында йәшәүсе Зәки, Ниғмәт һәм улдары Арыҫлан, Айназ, Даниель Аҡсуриндар үҙҙәренең йорт алдарын ошолай итеп йәмләп ҡуйған. Был матур һын ауылға йәм өҫтәп, халыҡҡа күңелле Яңы йыл байрамы кәйефе биреп тора.
Рузилә САРБАЕВА
Ялсыҡай ауылы

Зәк-Ишмәттә лә урам-йорттарын хәтәр итеп биҙәгәндәр, ауылға килеп керһәң, һәр ерҙә һине төрлө фигуралар ҡаршы алып тора, уттар емелдәй, бындайҙы күргәс, күңелһеҙ генә йөрөгән кешенең дә кәйефе күтәрелеп китә.

***

Аҡһары ауылында бер ергә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡуйғандар ҙа шуның менән бөттө тиһегеҙме, юҡ шул. Тағы ла фотолар ебәрҙеләр, фигуралар янына елле итеп тау ҙа өйгәндәр, тауҙан шыуып китһәң, кешене тиҙ генә туҡтатып та алырлыҡ түгел, әллә ҡайҙарға тиклем барып етә икән - бик сифатлы итеп яһағандар.

***

Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе күп балалы Әбдрәхимовтар ғаиләһе ҡапҡа алдына ошондай мөғжизә яһағандар. Был мультгеройҙар янында көнө буйы бала-сағаларҙың күңелле тауыштары тынмай. Кис етһә, бөтә урамға йәм биреп, тирә-яҡтары гирлянда менән балҡып тора.
Гөлназ ЕНИКЕЕВА
Молокан ауылы

Читайте нас: