Все новости
Байрам уңайынан
1 Января 2020, 23:30

Рәсимгә бәхет йылмайҙы

Йыл да иң яҡшы мәктәп уҡыусыларына Мәскәү ҡалаһында Кремлдә үткән Яңы йыл байрамына барыу бәхете тәтей.

Йыл да иң яҡшы мәктәп уҡыусыларына Мәскәү ҡалаһында Кремлдә үткән Яңы йыл байрамына барыу бәхете тәтей. Быйыл бындай бәхет ҡаланың 5-се һанлы мәктәбенең 7-се класында белем алыусы Рәсим Усмановҡа йылмайҙы.
Кремль байрамында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 5 мең уҡыусы ҡатнашты, уларҙың 113-ө Башҡортостандан. Иң бәхетлелеләр араһында Күмертау уҡыусыһы булыу үҙе ҙур ҡыуаныс. Рәсим Усманов — спортсы, төрлө олимпиадалар һәм ғилми-практик конференцияларҙа, мәктәп уҡыусыларының Рәсәй хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы. Мәскәүҙе ул тәүге тапҡыр күрә. Был сәйәхәт Рәсимдең күңелендә ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырған.
Читайте нас: