Все новости
Байрам уңайынан
1 Января 2020, 06:05

Яңы йыл менән!

Йыл тамамланыу менән үткән йылға йомғаҡ яһау, яңы йылға пландар ҡороу башлана.

Хөрмәтле яҡташтар!
Йыл тамамланыу менән үткән йылға йомғаҡ яһау, яңы йылға пландар ҡороу башлана. Мин дә Яңы 2020 йыл менән үҙҙәренең 100 йыллыҡ юбилейҙарын лайыҡлы үткәреп ебәргән Б. Бикбай исемендәге Мораптал мәктәбе коллективтарына ҡотлау һүҙҙәремде еткергем килә. Шулай уҡ Дамир Байгилдин етәкселегендәге Киров исемендәге, Рәмил Мостафин рәйесе булған “Искра” хужалыҡтары коллективтарын да тәбрикләйем. Был ике хужалыҡ һәр саҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, уларҙың тырышлыҡтарына һоҡланырлыҡ.
Мөмкинлектән файҙаланып, үткән быуаттың 60-сы йылдарында мин эшләгән элекке “Ауыл хужалығы техникаһы” бүлеге коллективын да байрам менән ҡотлайым.
Барығыҙға ла Яңы йыл тик уңыштар, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен. Яңы 2020 йыл менән, яҡташтар!
Йәдкәр БӘШИРОВ, РФ һәм РБ яҙыусылар советы ағзаһы
Ҡазан ҡалаһы
Читайте нас: