Все новости
Байрам уңайынан
1 Января 2020, 04:30

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Яңы йылда һеҙҙең иң яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, янығыҙҙа һәр саҡ туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ булһын, өйҙәрегеҙҙә һөйөү һәм татыулыҡ хакимлыҡ итһен, 2020 йыл һеҙҙең һәм яҡын кешеләрегеҙ өсөн иң уңышлы йыл булһын, өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм ыңғай үҙгәрештәр менән ҡыуандырһын.

Хөрмәтле дуҫтар, туғандар, хеҙмәткәрҙәрем!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
Яңы йылда һеҙҙең иң яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, янығыҙҙа һәр саҡ туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ булһын, өйҙәрегеҙҙә һөйөү һәм татыулыҡ хакимлыҡ итһен, 2020 йыл һеҙҙең һәм яҡын кешеләрегеҙ өсөн иң уңышлы йыл булһын, өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм ыңғай үҙгәрештәр менән ҡыуандырһын.
Иң мөһиме: күгебеҙ – тыныс, ғаиләләребеҙҙә – муллыҡ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ һау-сәләмәт булһын, дуҫтарыбыҙҙың һәм хеҙмәттәштәребеҙҙең эштәре уңышлы барһын. Нәҡ ошолар беҙгә күңел тыныслығы һәм киләсәккә ышаныс бирә.
Киләһе йыл беҙгә күберәк ҡыуаныслы көндәр, эштәребеҙҙә ышаныс, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә тәүәккәллек һәм яҡшы һөҙөмтәләр бүләк итеүен теләйем. Ҡәҙерле кешеләребеҙ изге хәбәрҙәр менән ҡыуандырһын. Проблемалар һәм ҡайғы-хәсрәт беҙҙе урап үтһен, ғәҙеллектең тантана итеүенә ышаныс рухыбыҙҙы нығытһын, түҙемлек һәм уңыш тоғро юлдаштарыбыҙ булһын. Һәр йортта тыныслыҡ һәм именлек, һаулыҡ һәм шатлыҡ хакимлыҡ итһен! Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйем!

З.З. ИСХАКОВ,
“Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең
генераль директоры, БР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе
Читайте нас: