Все новости
Байрам уңайынан
1 Января 2020, 04:45

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Яңы йыл – иң яҡты, иң яратҡан байрам. Ул беҙҙе уртаҡ өмөттәр, бәхет хаҡында хыялдар менән берләштерә.

Мөхтәрәм милләттәштәр, ғәзиз туғандар!!! Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым!
Яңы йыл – иң яҡты, иң яратҡан байрам. Ул беҙҙе уртаҡ өмөттәр, бәхет хаҡында хыялдар менән берләштерә. Яңы йыл алдынан изге уйҙар күберәк килә. Үтеп барған йылда беҙҙе ҡыуандырған яҡшы ваҡиғалар киләһе йылда ла дауам итһен. 2020 йыл ижади һәм емешле эшмәкәрлек йылы, яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар осоро булһын, киләсәккә ышанысты нығытһын, ә изге башланғыстарға уңыштар юлдаш булһын.
Хөрмәтле дуҫтар! Байрамыбыҙ мөбәрәк, ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, йөҙөгөҙҙө мәрхәмәтлек нуры биҙәһен. Тупһаларығыҙҙан ҡараңғылыҡ, хәүеф-хәтәр атлап кермәһен, бәлә-ҡаза урап үтһен. Ғаилә усағы гел балҡып торһон. Донъялар имен булһын. Һеҙгә киләһе йылдың һәр көнө ҡыуаныстар ғына килтерһен.
Яңы йыл, яңы бәхет менән!

М.В. СӘҒИТОВ,
Күгәрсен, Көйөргәҙе районондары һәм Күмертау ҡалаһы
аҡһаҡалдары башҡарма комитеты рәйесе
Читайте нас: