Все новости
Байрам уңайынан
1 Января 2020, 05:00

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Үтеп барған йылды баһалап, Күмертау ҡалаһы үҫешенең йылъяҙмаһында 2019 йыл яңы, ҡыҙыҡлы бите булып ҡаласағы хаҡында ҙур ышаныс менән әйтергә була.

Ҡәҙерле күмертауҙар!
2019 йыл тамамланыуға бара. Иң сағыу, иң матур, тантаналы һәм күңелле Яңы йыл байрамы етеүгә һанаулы минуттар ғына ҡалды. Бар халыҡтың иң яратҡан байрамына әүерелгән Яңы йыл байрамы һәр саҡ мөғжизәләр һәм киләсәккә ышаныстар көтөү менән бәйле, хатта, уға әҙерләнеү ҙә бик күп ыңғай хис-тойғолар уята.
Үтеп барған йылды баһалап, Күмертау ҡалаһы үҫешенең йылъяҙмаһында 2019 йыл яңы, ҡыҙыҡлы бите булып ҡаласағы хаҡында ҙур ышаныс менән әйтергә була.
2019 йыл ябай булманы, шулай ҙа беҙ уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән йомғаҡлайбыҙ. Үтеп барған йыл мөһим, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән тулы булды. Беҙҙең ҡала тотороҡло үҫеш курсын дауам итте һәм бында ҡалала йәшәгән һәр кемдең хеҙмәте ята. Беҙ барыбыҙ ҙа бергә алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа табан барҙыҡ, бергәләшеп үҙебеҙең тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәте өсөн эшләнек. 2019 йылда яңы, ҡыҙыҡлы проекттар барлыҡҡа килде, киләсәккә билдәле нигеҙ булдырылды. Иҡтисадтың диверсификацияһы буйынса эшләнгән аҙымдарҙың һөҙөмтә бирә башлауы шатландыра. Барлыҡ көстәрҙе лайыҡлы эш хаҡы булған яңы эш урындары булдырыуҙы дауам итеп, ошондай позитив йүнәлеште киләһе йылға ла һаҡлау мәсьәләһен алдыбыҙға ҡуябыҙ. Ҡала халҡын лайыҡлы һәм уңайлы тормош менән тәьмин итеү элек тә, киләсәктә лә иң мөһим эш булып торасаҡ.
Тыуған ҡалабыҙ именлеге өсөн хеҙмәт иткәндәрҙең, үҙенең көндәлек хеҙмәте менән дөйөм эштең уңышына өлөш индереүселәрҙең барыһына ла рәхмәт әйткем килә.
Яңы 2020 йыл имен һәм перспективалы булһын, һеҙҙең янда һәр саҡ туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ булһын, йорттарығыҙҙа тыныслыҡ һәм аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрһөн.
Яңы йыл менән, яңы бәхеттәр менән, ҡәҙерле күмертауҙар!

О. Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы
Читайте нас: