Ҡәҙерлеләрем минең!
Бөтә йөрәктән һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Йола буйынса, үткән йыл тураһында әйтергә кәрәк. Быйылғы йыл яҡшы, йомарт булды. Был йыл минең өсөн Көйөргәҙе районы хакимиәтендә эшләй башлауым менән иҫтә ҡалды. Районға килгәс иң тәү тыуған тәьҫораттарым – бында йәшәгән мәрхәмәтле, эшһөйәр, намыҫлы кешеләр. Кешеләр – беҙҙең иң ҙур байлыҡ һәм потенциал.
2019 йылда өлгәшелгәндәр барыһы ла минең шәхси хеҙмәтем тип әйтеү дөрөҫ түгел, миңә тиклем эшләп киткән етәкселектең дә өлөшө ҙур. Элек башланған территорияларҙы тәртипкә килтереүҙе дауам иттек, ауылдарҙағы юлдарға асфальт һалдыҡ. Шуға ла уларға мин ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Беҙ район мәҙәниәт һарайын һәм балалар сәнғәт мәктәбен асыуға айырыуса иғтибар бүлдек.
Беҙҙең команда эшкә тотоноу менән 2020 йылға пландар ҡора ла башланы.
Әлбиттә, беҙ асфальт һалыуҙы дауам итәсәкбеҙ, бөгөн үк Яңы Муса, Түбәнге Бабалар ауылдарына табан юлдарға асфальт түшәүгә килешеү үтә.
Киләһе йылда Шотт паркын проектлау планда бар, Һаулыҡ республика адреслы программаһына эләгеп, Ермолаевоның беренсе мәктәбе ҡаршыһындағы стадионды ла проектлау күҙаллана.
Үтеп барған йылда беҙҙе айырыуса ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ҡыуандырҙы. Алда барғандар – «Искра», Киров исмендәге, «Ватан» хужалыҡтары төп масса продукцияны бирә, шул уҡ ваҡытта вағыраҡ фермерҙар ҙа үҫешә, район тормошона үҙ өлөшөн керетергә тырыша. Уңыш быйыл һәйбәт булды, беҙ уны юғалтыуҙарһыҙ йыйып алдыҡ. Хәҙер беҙҙә икмәкте тейешле итеп һаҡлау, эшкәртеү һәм аҡыллы итеп һатыу маҡсаты тора. Район хакимиәте аграрийҙарға һәр яҡлап ярҙам итә. Беҙ – ауыл хужалығы үҫешкән район, ауыл эшсәндәре беҙҙең ғорурлыҡ, юҡҡа ғына район гербында икмәк башаҡтары һүрәтләнмәгән – был беҙҙең символ.
Быйыл беҙҙә әүҙем генә Мәрхәмәтлек фонды эшләп китте, был фонд сиктәрендә гранттар алыу эштәре, башҡа төрлө ауыл территорияларын үҫтереү йәмәғәт инициативалары үҫешә башланы.
Спирт-араҡы заводы комбинаты базаһында производство асыу һорауы ҡатмарлы көйөнсә ҡала. Комбинат “Башспирт” милкендә. Уны муниципалитет милкенә күсереү буйынса әлегә эштәр алып барыла. Киләһе йылда был һорау урынынан ҡуҙғалыр, тип ышанғы килә.
Үтеп барған 2019 йыл спорт, мәҙәни ҡаҙаныштарға бай булды. “Терра Башкирия” ат сабышында Айбулат Әбдрәхмәновтың ярышыуы, Карина Матҡорбанова менән Глеб Янтуриндың Ҡырым республикаһында үткән бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыуҙары ғорурландыра. Грек-рим буйынса ил беренселегендә үткән көрәштә Фәдис Вәлитов та яҡты йондоҙобоҙ булып балҡыны. Гер спорты буйынса республикабыҙҙа чемпион булдыҡ, бокстан миҙалдар менән ҡайттыҡ. Башҡа төрлө спорт ярыштарында ла ҡаҙаныштарыбыҙ күп булды. “Йәш ғаилә” республика конкурсында Гран-при яуланыҡ. Хөрмәтле Көйөргәҙе халҡы, һеҙҙең ижади, әүҙем һәм оптимист булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Республика Башлығы 2020 йылды Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан итеүе хаҡында беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Барлыҡ силсәүиттәр алдына төҙөкләндереү пландарын эшләү мәсьәләһен ҡуйҙым, финанс ярҙам алыу программаһына кереүҙең мөһимлеген белдерҙем. Беҙҙең администрация, беҙҙең команда һәм ауыл советы хакимиәте башлыҡтары ошо эшкә бар көсөн һала.
Йомғаҡ яһаған саҡта, Көйөргәҙе районында эшкә һәләтле команда яйлап формалаша башланы, тип әйткем килә. Намыҫлы, әҙәпле, эшлекле һәм һөнәри кешеләрҙе табыуы еңел түгел.
Һүҙемде тамамлап, Көйөргәҙе районы халҡына изгелек, яҡшы кәйеф, мул Яңы йыл табыны, шул табын артындағы ҙур ғаилә, бүләктәр, уйынсыҡтар, уйын-көлкө теләгем килә. Һеҙҙең балаларығыҙ сәләмәт, ғаиләгеҙҙә именлек, етешлек булһын. Һеҙҙең барлыҡ пландарығыҙ тормошҡа ашһын. Барығыҙға ла изгелектәр теләйем, ә православие христиандарын етеп килгән Раштыуа байрамы менән. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, уңыштар! Рәхмәт!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы