Беҙ, Яңы Мораптал ауылы халҡы, Яңы йыл каникулдарында бер ҙә генә тик ятманыҡ. Күмәкләшеп күңелле уйындар ойошторҙоҡ. Күркәм байрамға балалар һәм уларҙың ата-әсәләре килде. Бергәләшеп тағы бер тапҡыр Ҡыш бабайҙы ҡаршы алдыҡ. Ул беҙгә егелгән ат санаһында елдертеп килеп етте. Был көндө беҙ төрлө-төрлө ярыштар үткәрҙек. Бигерәк күңелле булды. «Алһыу» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йырҙары һәм бейеүҙәре менән бар халыҡтың күңелен асты. Байрамға йыйылыусылар Ҡыш бабайға үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп, татлы күстәнәс алды. Ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп беҙҙең менән күңел асыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт әйтке килә. Айырым рәхмәтте Земфира Ғүмәроваға, Дамир Мәзитовҡа, Рауил Амангилдинға, Нәзифә Ҡәҙерғоловаға, Артур Әбдрәшитовҡа әйтәбеҙ. Байрам сараһы күмәкләшеп эҫе сәй эсеү һәм рәхәтләнеп сана шыуыу менән тамамланды.
Гөлназ ХӘМИТОВА,
Яңы Мораптал ауылы
Зәк-Ишмәт ауылы байрам көндәрендә күңелле тауыштарға күмелде. Бында көн дә берәй сара уҙғарылып торҙо. Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар төрлө уйындарҙа ҡатнашты, тау шыуҙы, күмәкләшеп йырланы һәм бейене. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларҙы тәмле күстәнәстәре менән һыйланы. Ауылдаштарыма бигерәк тә, быйыл тәүге тапҡыр эшләп ҡуйылған тау оҡшаны. Үҫеп ултырған шыршыны ла матур итеп биҙәп ҡуйғандар ине. Көн дә бала-сағаға ла, йәштәргә лә, ололарға ла дискотекалар, уйындар үткәрелде. Яңы йыл байрамы көндәрендә үҙебеҙҙең Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу (Рәфис һәм Алина Кәлимуллиндар) ауыл буйлап балаларҙы ҡотлап сыҡты. Байрам концерты ла бигерәк шәп булды. Мәктәптә «Яңы йыл ғаилә уйыны — 2020» сараһы ла гөрләп үтте. Унда ғаиләләр командаһы ҡатнашты. Ошондай йәмле байрам кәйефе бүләк иткәндәре өсөн ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновҡа, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Әлфиә Йосопова менән Алина Кәлимуллинаға, китапханасы Миләүшә Гудееваға, физкультура уҡытыусыһы Салауат Сатыбаевҡа һәм шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына барлыҡ ауыл халҡы, ауылыбыҙға ҡайтҡан ҡунаҡтар исеменән оло рәхмәт әйтәбеҙ. Күңелебеҙ булды!
Рәмилә ӘКБӘРОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Ташлатау башында сана, тюбинг шыуырға тип олоһонан алып кесеһенә тиклем килделәр. Был көн Яҡут ауылы халҡы өсөн ысын байрамға әүерелде. Афариндар!!! Кем уҙарҙан тау шыуып ҡына ҡалманыҡ йылы сәйҙәр эсеп, Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләп тәмлекәстәр ашаны балалар! Саф һауала күңелле ялыбыҙ һуңғыһы булмаһын дуҫтар!!! Сәләмәт булайыҡ!!!!!
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА
Яҡут ауылы
Боҙҙа ла шыуҙыҡ, ярыштыҡ та
Беҙ, М. Исҡужин исемендәге прогимназияның 4б класы уҡыусылары, ата-әсәләребеҙ менән берлектә «Сапсан» Боҙ һарайына боҙҙа шыуырға барҙыҡ. Класыбыҙ һәм ғаиләбеҙ менән бергәләп ял итеү барыбыҙға ла бик оҡшаны. Күптәребеҙ тәү тапҡыр ғына конькиға баҫһа ла, ҡурҡып торманыҡ, тиҙ генә өйрәнеп та алдыҡ шыуырға. Был ялды ойоштороусы ата-әсәләребеҙгә һәм класс етәксебеҙ Гөлназ Сәғит ҡыҙы Әмирғәлинаға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Ата-әсәһе менән Себер яҡтарына күсеп киткән Дәүләтйәр класташыбыҙ ҙа беҙҙе күрергә килеп етте. Бергәләп ял итеү күңелле шул!
Шулай уҡ беҙҙең мәктәптә байрам көндәрендә «Күңелле старттар» ярышы үтте. Унда уҡыусылар һәм ата-әсәйҙәр ҡатнашты. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Ике команда ла еңеү өсөн бар көсөн һалып тырышты. Был ярышты ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ.
М. Исҡужин исемендәге
прогимназияның 4б класы уҡыусылары
Күмертау ҡалаһы
Павловка ауылы халҡы үҙҙәренең клубында гармун көйөнә бейегән. Улар өсөн был көндө башҡорт, сыуаш, рус көйҙәре яңғырай. Йә шәп, йә талғын ғына уйнаған гармун көйөнә рәхәтләнеп бейеп, күңел асҡан улар. Был байрамға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың да үҙенең тормош иптәше менән килеүе — ауыл халҡы өсөн көтөлмәгән сюрприз була. Бар халыҡ менән бергә улар ҙа күңел асҡае, бейегән.
Сана шыуғандар, йырлап-бейегәндәр
Яңы Таймаҫ ауылында КФХ башлығы Илья Белик ярҙамында сана шыуыр өсөн ҙур тау эшләнгән. Унда бала-саға һәм ауыл халҡы ғына түгел, ҡунаҡтар, йәштәр һәм ололар ҙа, рәхәтләнеп сана шыуа. Был тау янында Яңы йыл каникулдарында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре күңелле байрамдар ҙа ойошторған. Сараға килеүселәр төрлө уйындар уйнап, йырлап-бейеп, кәйефтәрен күтәргән.
Яңы йыл байрамдары Ялсыҡайҙа гөрләп үтте. 30 декабрҙә ауыл клубында концерт, төрлө уйындар, лоторея уйнатыу һәм маскалар парады булды. «Яңы йыл ихатаһы» конкурсында ҡатнашып, ихаталарын байрамса биҙәп, ҡарҙан матур һындар эшләүсе оҫталар ҙа бүләкләнде бында. Һәр йылдағыса ялсыҡайҙар дәррәү ҡатнашып, күңел астылар. Ошо сараларҙы үткәреүгә матди ярҙам күрһәтеүсе шәхси эшҡыуарҙар Илшат Мәзитовҡа һәм Рәмилә Вәлидоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, һәр тотонған эштәрендә уңыштар һәм бәхет теләйбеҙ! Каникулдың һәр көнө дәртле бейеү программаларына бай булды, ә кескәй дуҫтарын Ҡыш бабай Ҡыҙылтауҙа сана ярыштарына саҡырып ҡыуандырҙы. Әйтергә кәрәк: йәштәр ҙә төнөн тауҙан шыуып кинәнде. Каникулдың һуңғы көнөндә Ҡыш бабай балаларҙы клубҡа шыршы эргәһенә саҡырып бейетеп, уйнатып, киләһе йыл тағы ла килергә вәғәҙә биреп хушлашты. Балалар яҡшы уҡырға, тәртипле булырға һүҙ биреп ҡалдылар. Бына шулай үтте Ялсыҡайҙа байрам. Хәйерле йыл, тыныслыҡ һәм һәр ғаиләгә бәхет тҽләйбеҙ! Яңы йыл менән!
Хәлимә АҠСУРИНА
Ялсыҡай ауылы
Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йорто ла Яңы йыл каникулдары ваҡытында гөрләп торған. Бында 80-90-сы йылдар дискотекаһы ла уҙған һәм унда Юрий Шатунов, «ABBA», «Modern talking», «Горячие головы», «Отпетые мошенники», «Руки вверх»тың йырҙары яңғыраған. Оло йәштәгеләр йәшлектәрен иҫкә алып, үҙҙәрен һаман да йәш тойоп, ҡыуанып күңел асҡан. Төрлө конкурстар һәм уйындарҙа ла әүҙем ҡатнашҡан улар. Байрамға килгәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ, тиҙәр ойоштороусылар.