Все новости
Байрам уңайынан
14 Января 2020, 13:10

13 ҒИНУАР – РӘСӘЙ МАТБУҒАТЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНДЕ

ҠОТЛАЙБЫҘ!

“Юшатыр” район-ара гәзите, “Куюргаза” район гәзите хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй матбуғаты көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Бөгөн журналистар ышаныслы мәғлүмәтте халыҡҡа еткереп үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Беҙҙең гәзиттәр район үҫешендә, йәмғиәттә милли, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим урынды биләй.
Һеҙ, йәмәғәт-сәйәси өлкәнең хеҙмәткәрҙәре, киләсәктә лә алға ҡуйылған мәсьәләләрҙе уңышлы сисерһегеҙ, ваҡыт пульсын һиҙгер тойомларһығыҙ, районда һәм республикала барған ваҡиғаларҙы ваҡытында , ғәҙел баһаларһығыҙ, тип ышанам.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, илһам, бар башланғыстарығыҙҙа уңыштар, ижади идеялар һәм һөҙөмтәле эштәр башҡарыуығыҙҙы теләйем.
Ю. Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы

“Юшатыр” район-ара гәзите, “Кумертауское время” ҡала гәзите хеҙмәткәрҙәрен ихлас күңелдән Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотлайым!
Бөгөнгө көндә мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заман булыуға ҡарамаҫтан, баҫма һүҙе йәмғиәттә мөһим һәм ихтирамлы урын биләүен дауам итә. Был өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығы, ваҡиғалар уртаһында ҡайнауы халыҡҡа һәр ваҡыт яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булырға ярҙам итә. Баҫылған яҙмаларҙың актуаль мәсьәләләргә бәйле булыуы, халыҡ тормошона яҡынлығы баҫманың уҡымлылығын көндән-көн арттыра бара. Артабан да уҡыусыларығыҙ менән йылы мөнәсәбәттәрегеҙ һүрелмәҫ, тип ышанам.
Байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡыҙыҡлы уй-ниәттәр, ижади уңыштар, ҡәләмдәрегеҙҙең үткер булыуын теләйем.
О. Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы
Читайте нас: