Эш көнө булманы кисә, тотошлайы менән байрам көнө булды ла ҡуйҙы. Беҙҙең байрам булды - Рәсәй матбуғаты көнө. Шул уңайҙан район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, пресс-ланч үткәрҙе. Беҙҙең өсөн генә арналған бындай сараны тәүгә күргәс, бер аҙ ҡаушап ҡалдыҡ, хатта. Шул уҡ ваҡытта, әлдә әле гәзиттә эшләйбеҙ, тип ҡыуандыҡ.
«Куюргаза» гәзите редакцияһы менән бергә кафела матур итеп ҡунаҡ булып, район башлығы ҡулынан барыбыҙ ҙа Рәхмәт хаттары алып, үҙебеҙҙең адресҡа матур һүҙҙәр ишетеп, бүләккә торт ҡабул итеп, күңелебеҙ булып ҡайттыҡ. Бындай ҙа ҙур иғтибарҙы, ҙурлауҙы күреп өйрәнмәгәс, әллә кем булып киттек. Яуап йөҙөнән Юлай Талха улына үҙебеҙҙең исемдән дә Рәхмәт хаты тапшырҙыҡ һәм уның барыһы ла яҡшы булыуын теләнек. Һеҙҙеке һәйбәт икән, тимәк беҙҙеке лә насар түгел.
Шулай уҡ был көндө район башлығына үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла биреп ҡалдыҡ. Барлыҡ һорауҙарға ла ул ихлас яуап бирҙе. Ҡайһы бер һорауҙарҙы һәм яуаптарҙы һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
- Ермолаевоның «Пятерочка» магазины янында йәштәр йыйыла. Был турала борсолоп, магазин һатыусылары һәм халыҡ гәзиттәргә мөрәжәғәт итә. Был һорауҙы нисек хәл итергә икән?
- Нимәлер уйларға кәрәк булыр инде. Йәштәргә йыйылышыр өсөн берәй урын кәрәк инде, тимәк. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн һеҙҙең дә тәҡдимдәрҙе ишетке килә. Унда йыйылған йәштәрҙең дә фекерен белергә ине, улар нимә теләй икәне лә ҡыҙыҡһындыра.
- Һеҙҙең ял көндәрегеҙ эш көндәренән нимәһе менән айырыла. Нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?
- Эш көндәрендә сәғәт таңғы алтынан уҡ торам, ә ял көндәре оҙағыраҡ йоҡлайым, шунан йорт эштәре менән булышам, мунса яғам. Ағас һәм балта эше менән шөғөлләнергә, ҡар көрәргә яратам. Телевизор ҡарамайбыҙ бөтөнләй. Инде 10 йыллап өйөбөҙҙә телевизор юҡ. Лиза ҡыҙыбыҙ бала саҡта уҡ телевизор ҡарауҙан баш тарттыҡ, сөнки бала беҙҙән түгел, ә телевизорҙан тәрбиә алыуы күҙәтелә башланы. Телевизор булмағас, рәхәтләнеп бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, буш ваҡыттарҙы бергә үткәрәбеҙ. Берәй фильм ҡарағы килһә, йә яңылыҡтарҙы белер өсөн интернет та етә. Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән эттәрҙе яратабыҙ. Беҙҙә улар бик күп. Был шөғөлдө бигерәк тә тормош иптәшем Лилия Игоревна ярата, ә беҙ уға ярҙам итәбеҙ. Миңә Алабай тоҡомло эттәр оҡшай. Эштән арып ҡайтып, эттәр менән булышһаң, уларҙы ҡосаҡлап яратһаң, барлыҡ арыуың бөтә. Башҡорттар ете быуынын белергә тейеш булһа, беҙҙең эттәрҙең дә ете быуыны яҙылып барыла. Шәжәрә тигәндән, мин үҙемдең дә шәжәрәмде төҙөнөм әле ул. Элек олатайымдан: «Беҙҙең нәҫелдә ниндәй билдәле кешеләр булған?» - тип һораһам: «Бер ниндәй билдәле кеше булманы, барыһы ла ярлы-ябаға инде шунда»,- ти ҙә ҡуя торғайны. Шәжәрәмде ныҡлап өйрәнгәс, улай уҡ булмағанын белеп ҡалдым, нәҫелебеҙҙә ҙур ғына кешеләр ҙә булған, олатайым үҙенең тыйнаҡлығы менән барыһын да һөйләп бармаған икән. Мин шул тиклем кешеләр менән аралашырға яратам. Дүрт стена артында ултырып ҡына эшләү минең өсөн түгел.
- Кейемдәрегеҙҙе үҙегеҙ һайлайһығыҙмы?
- Юҡ, был эште Лилия Игоревна башҡара.
- Иң яратҡан ризығығыҙ бармы?
- Тормош иптәшем нимә бешерә, шуның барыһын да яратам. Ул бигерәк тәмле бешерә.
Розалия НАЗАРОВА
Гөлназ Йәмилова, Күмертау ҡалаһы:
- Байрамығыҙ - Матбуғат көнө менән, «Юшатыр»ҙар!
Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит:"Эт күңеле - бер һөйәк", - тип. Ана бит, ҡайһылай ҡанатландырғандар. Артабан дә эшегеҙҙән дәрт-дарман алып, ҡыуаныс-шатлыҡтарҙа эшләргә яҙһын, башҡарған эшегеҙҙең һөҙөмтәһен күрегеҙ. Беҙҙе лә ҡыҙыҡлы мәҡәләләрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ, гәзитегеҙҙең баҫмаһы күбәйһен.
Зәлифә Солтангәрәева, Таймаҫ ауылы:
- «Юшатыр» эшсәндәрен байрам менән ҡотлайбыҙ, һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Азат Хәлилов, Күмертау ҡалаһы:
- МәшАллаһ. Юлай Талха улы кешеләрҙең эшен күрә лә, баһалай ҙа белә. Аллаһ Тәғәлә үҙегеҙҙе лә һәр саҡ шатландырып торһон. Кешеләргә үрнәк булып, районыбыҙҙы алға әйҙәп, егелгән йөгөгөҙҙө, районыбыҙҙы етәкләүҙе артабан да шулай дауам итергә яҙһын. Амин. "Юшатыр", "Көйөргәҙе" гәзиттәре мөхәрририәттәренә артабан да уңыштар!
Фидан Булатов, Яҡшымбәт ауылы:
- Байрам менән! Бик яҡшы гәзит. Бөтөн яҙғанығыҙ ҙа урынлы, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле. Гәзит алдырыусылар һаны артһын, минән теләк шул.
Наталья Савенкова, Ермолаево ауылы:
- Һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе!з
Лена Ғәббәсова, Күмертау ҡалаһы:
- Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле «Юшатыр»ҙар! Һеҙҙе аңлап, уҡып, алдырып, маҡтап, рәхмәт әйтеп тороусы тоғро дуҫтарығыҙ байрамдарҙа ғына түгел, көн һайын янығыҙҙа булһын! Ижад шишмәгеҙ һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер булһын!
Нурия Хәбиева, Таймаҫ ауылы:
- Һеҙ ҡала, район ваҡиғаларының уртаһында ҡайнап йәшәйһегеҙ. Был Рәхмәт хатына бик тә лайыҡлыһығыҙ. Байрамығыҙ менән!
Руша Солтанғолова, Күмертау ҡалаһы:
- Байрам менән, «Юшатыр»ҙар!!! Эштәрегеҙҙә ижади уңыштар, ғаилә бәхете, яңынан - яңы бейеклектәр насип булһын!!!
Рәмзилә Ғәббәсова, Кинйәбай ауылы:
- Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ижади уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Гәзитегеҙ во!