Все новости
Байрам уңайынан
2 Февраля 2020, 09:50

Шаулап үтте

Үткән аҙнала ҡаланың физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә “Нардуған” байрамы үтте.

Үткән аҙнала ҡаланың физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә “Нардуған” байрамы үтте.
Байрам барышында балаларҙы башҡорт һәм татар йолалары менән таныштырҙыҡ. Нардуған нимә аңлатыуы хаҡында ла һөйләнек. Аҙаҡ сараны биҙәп милли кейемдәрҙәге алып барыусылар балалар менән төрлө эстафеталар үткәрҙе. Бигерәк тә “Нардуған” исемле уйын барлыҡ балаларҙы ла төрлө милләттән булған дуҫ ғаиләгә бергә тупланы. Сара төрлө милләт мәҙәниәте менән танышыу, уйын-көлкө менән, киң итеп шаулап үтте.
Гөлгөнә АЛТЫНСУРИНА,
реабилитация үҙәге белгесе
Читайте нас: