Все новости
Байрам уңайынан
23 Февраля 2020, 09:00

23 ФЕВРАЛЬ – ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАР КӨНӨ

Хөрмәтле Ватанды һаҡлаусылар, ҡәҙерле ветерандар!

Хөрмәтле Ватанды һаҡлаусылар, ҡәҙерле ветерандар!
Һеҙҙе ысын күңелдән бөтә халыҡ байрамы – батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек символы иҫәпләнгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.
Был байрам бай тарихҡа эйә, һәм ул гражданлыҡ яуаплылығыбыҙҙы, ил алдындағы бөйөк бурысыбыҙҙы һәр саҡ хәтеребеҙгә төшөрөп тора. Был көндө оло ғорурлыҡ менән тыуған ерен оло һынауҙар аша һаҡлаған, яҡлаған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм бөгөн Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. 23 февраль - илебеҙҙең һәр гражданы өсөн мөһим байрам, артабан да тыныс һәм ҡыуаныслы булһын! Барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, уңыштар теләйбеҙ.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: