Хөрмәтле Ватанды һаҡлаусылар, ҡәҙерле ветерандар!
23 февраль - илебеҙҙең һәр гражданы өсөн мөһим байрам. Был көндө беҙ хәрбиҙәребеҙҙе ҡотлап, ватандаштарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын иҫкә алыу менән генә сикләнмәйбеҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнө – батыр, ҡыйыу, Ватанын һөйгән, уның тарихын ихтирам иткән ысын ир-егеттәр байрамы. Шуға күрә был көн бөтә халыҡ байрамы булып иҫәпләнә.
Ҡәҙерле иптәштәр, һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Ватаныбыҙҙың – Бөйөк Рәсәйҙең оборона һәләтлеген нығытыуға индергән изге эштәрегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм аяҙ күк йөҙө теләйем.