Все новости
Байрам уңайынан
25 Февраля 2020, 13:23

Яҙҙыҡ

21 февраль — Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнде. Был көндө район һәм ҡала мәктәптәрендә төрлө телдәрҙә диктант яҙыу ойошторолдо.

21 февраль — Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнде. Был көндө район һәм ҡала мәктәптәрендә төрлө телдәрҙә диктант яҙыу ойошторолдо.
Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә ҡарата башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ. Был сарала ысын телһөйәрҙәр ҡатнашты. Ағинәйҙәр ойошмаһынан Рәйлә Ғәзиз ҡыҙы Аҡһарова, "Искра" хужалығында оҙаҡ йылдар баш бухгалтер булып эшләгән, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Сәлимә апай Бирҙина, ата-әсәләр, уҡытыусылар, балалар килде. Һәр кем үҙенең белемен һынап ҡараны. Һуңынан һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырылды.
Рузалия АЙҘАРОВА
Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: