Все новости
Байрам уңайынан
7 Марта 2020, 13:00

Бөтә республика ғорурланған ете ҡатын-ҡыҙ

Улар Башҡортостанда тыуып үҫкән, бик ҙур уңыштарға ирешкән, меңдәрсә ғүмерҙе ҡотҡарған һәм тиҫтәләрсә мең кеше өсөн һоҡланыу һәм ғорурлыҡ өлгөһө булып һанала. 8 март байрамы алдынан беҙ төбәгебеҙҙән сыҡҡан билдәле яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ.

Улар Башҡортостанда тыуып үҫкән, бик ҙур уңыштарға ирешкән, меңдәрсә ғүмерҙе ҡотҡарған һәм тиҫтәләрсә мең кеше өсөн һоҡланыу һәм ғорурлыҡ өлгөһө булып һанала. 8 март байрамы алдынан беҙ төбәгебеҙҙән сыҡҡан билдәле яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ.
Эльвира Нәбиуллина,
Рәсәй Банкы рәйесе
Уның тарихы «Көлбикә» («Золушка») әкиәтенә оҡшаш. Ул Өфөлә ябай ғаиләлә тыуып үҫә. Әсәһе заводта аппаратсы, атаһы водитель була. Ғаиләне матди яҡтан ҡарау өсөн ата-әсәһе күп ваҡытын эшкә арнай, ҡыҙҙы башлыса өләсәһе тәрбиәләй. Эльвира мәктәптә тик «биш»кә уҡый, математика һәм әҙәбиәтте ярата. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры, Президент ярҙамсыһы була, 2013 йылдан Рәсәй Банкын етәкләй.
Эльвира Нәбиуллина – «Forbes» журналы тарафынан әҙерләнгән «Донъяның иң билдәле 100 ҡатын-ҡыҙы» рейтингына йыл һайын ингән берҙән-бер Рәсәй гүзәле. Ул унда 53-сө урынды биләй.
Ләйсән Үтәшева,
спортсы һәм модель
Сығышы менән Әлшәй районының Раевка ҡасабаһынан булған билдәле спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, танылған телевидение алып барыусыһы һәм модель. Ваҡытында буласаҡ тормош иптәше – билдәле көлкө оҫтаһы Павел Воля Ләйсәндең ҡулын һорар өсөн ошо ҡасабаға – уның ҡартатаһы менән өләсәһе янына килә.
– Өләсәйем менән ҡартатайымдың өйө – мин генә түгел, ирем Павел һәм балаларымда көс туплар ҡотло урын ул. Бала саҡта һәр йәйҙе Раевкала үткәрҙем һәм өләсәйемдең ҡушыуы буйынса һыйырҙы көтөүҙән ҡаршы алырға бара торғайным. Өс йәшлек улыбыҙ Роберт та минең кеүек көтөүҙән һыйыр ҡаршылау тураһында хыяллана. Үҙеңде башҡорт халҡының бер өлөшө тип тояһың икән, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, бер-беребеҙгә ғәйеп ташламаҫҡа тейешбеҙ. Өләсәйҙең изге доғалары, өйҙә бешкән бәлеш еҫе, бала саҡтағы дуҫлыҡ һәм туған төйәктәге таныш һуҡмаҡтар беҙҙе берләштерә, яҡын кешеләр итә, – ти Ләйсән.
Рушана Вәлиева,
«Тауыш» шоуы финалсыһы
Талбазы ҡыҙы Рушана Вәлиева был шоуға өс тапҡыр эләгеп ҡарай: тәүҙә программаның балаларға тәғәйен конкурсына, артабан – өлкәндәрҙекенә. Әммә судьялар уның тауышына иғтибар итмәй. Тик 2018 йыл аҙағында ғына ул теләгенә ирешә! Ханга һәм акустик гитара оҙатыуында украин телендә «Один в каноэ» төркөмөнөң «Пообiцяй менi» лирик йырын башҡара. Һәм бына мөғжизә! Ҡыҙға өс судья ла әйләнә. Рушана Сергей Шнуровты һайланы һәм, финалға барып етеп, өсөнсө урын яуланы. Ул саҡта уның өсөн бөтә республика «янып көйгәйне».
Бөгөнгө көндә Рушана Мәскәүҙә ғәмәли математика буйынса уҡый, тыуған республикаһына ҡайтып йөрөй, хатта бер нисә концерт та ойошторҙо.
Зөһрә Гордиенко, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы
Башҡортостанда яуаплы етәксе вазифаһы биләгән чиновник ҡатын-ҡыҙҙар күп тип әйтеп булмай. Зөһрә Гордиенкоға бығаса республикала бер ҡатын-ҡыҙ башҡармаған яуаплы бурыс йөкмәтелде. Район менән етәкселек итеү йылы кабинетта ҡағыҙға имза ҡуйып ултырыуҙы аңлатмай. Был вазифа көн һайын ябай кешеләрҙең проблемаларын хәл итеүҙе талап итә, ә улар араһында үтә ауырҙары, ҡатмарлылары ла бар.
Республиканың матбуғат саралары белдереүенсә, элекке эшендә – Учалы районы хакимиәтендә Зөһрә Гордиенко үҙен кеше хәленә инә белгән, хәстәрлекле, битараф булмаған чиновник итеп танытҡан. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек ул үҙе ныҡ яратҡан Виктор Цой һәм «Кино» төркөмө иҫтәлегенә фестиваль ойоштора. Журналистар Гордиенконың буш ваҡыттарында фото төшөрөү, баҡса үҫтереү һәм өкө һындары йыйыу менән мауығыуын да белешкән.
Доктор Регина
Өфө табибәһе Регина Ахунйәнова, йәғни Доктор Регина – интернеттағы иң билдәле блогерҙарҙың береһе, уның инстаграмын бөтә Рәсәйҙән миллион ярым самаһы кеше уҡый. Өс йүнәлеш – терапия, нефрология һәм диетология буйынса ғәмәли эшмәкәрлек алып барған табибә (ул артабан да уҡыуын, үҫешеүен дауам итә) көн һайын интернетта ла, үҙенең китаптарында ла дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләй.
Был бик көнүҙәк мәсьәлә. Статистикаға ярашлы, Башҡортостанда һәр бишенсе мәктәп уҡыусыһы артыҡ ауырлыҡтан йонсой һәм һимеҙлек күренеше артҡандан-арта бара. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоуҙа бары тик дөрөҫ туҡланыу, әүҙем тормош рәүеше алып барыу ярҙам итә. Регина үҙенең сығыштарында көн һайын кәм тигәндә ике литр һыу, көнөнә ике-өс тапҡыр сәй, шул иҫәптән үлән сәйе эсергә, һәр ике-дүрт сәғәт һайын сама белеп ашарға, тулыһынса тәмле-татлынан һәм ҡамыр ризыҡтарынан баш тартырға кәңәш итә.
Рәсимә Мусина, башҡорт кухняһын танытыусы
Рәсимә Мусинаны республиканың йәмәғәт туҡланыуы тармағы легендаһы тип атайҙар. Ул оҙаҡ йылдар завод ашханалары менән етәкселек итә, туҡһанынсы йылдарҙа Мәскәүгә күсеп, нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләп ала, Тажикстанда мамыҡ тейәй, Африкала алмас таба һәм кире Өфөгә ҡайтып, милли кухняны һәм сифатлы ризыҡтарҙы танытыуға нигеҙләнгән кафе аса. Ул хатта Берлинда бер сауҙа нөктәһе асыуға өлгәшә, немецтар Tukmatsch, Gubadia, Beljaschi тип аталған ризыҡтарҙы бик яратып һатып ала. Шуныһы ҡыҙыҡ – бер генә туҡланыу үҙәгендә лә иҫерткес эсемлектәр һатылмай. Ә бит был кафе һәм ресторандарға хас күренеш түгел.
– Был минең йәшәү асылыма ҡаршы килә. Мин бер ваҡытта ла спиртлы эсемлектәр һатманым, харам аҡсаға ҡыҙыҡманым, сөнки был Ҡөрьән менән тыйылған, – ти ул.
Виктория Валикова,
тропик табибә
Вика әсәһенең юлынан китә – медицина университетын тамамлай, инфекционист булып эшләй, артабан тропик медицина буйынса белгес һөнәренә уҡып, тропик илдәргә табибә булып эшкә китә. Ул төбәктәрҙә халыҡтың яртыһы тигәндәй аслыҡтан һәм дауалау мөмкин булған сирҙәрҙән ҡырыла. 2017 йылда ул бер миллион ярым һум самаһы аҡса йыйып, Гватемалала дауахана аса. Ул – бөгөн йөҙҙәрсә саҡрымдағы ауыл-ҡасабалар өсөн берҙән-бер клиника. Виктория башҡарған эш һөҙөмтәһендә 15 мең ярлы кеше бушлай медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә була. Икенсе дауахана Никарагуала асыласаҡ.
Читайте нас: