Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2020, 09:00

8 Март менән!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!Ихлас күңелдән һеҙҙе яҙ, мөхәббәт, наҙлылыҡ һәм ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлеге байрамы, 8 Март көнө менән ҡотлайым!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Ихлас күңелдән һеҙҙе яҙ, мөхәббәт, наҙлылыҡ һәм ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлеге байрамы, 8 Март көнө менән ҡотлайым!
Һеҙҙең матурлыҡ һәм һөйкөмлө йөҙөгөҙҙән, яҡшылыҡ һәм наҙығыҙҙан беҙҙең белем биреү ойошмаларын күҙ алдына ла килтереп булмай. Ауыр минуттарҙа һеҙҙең күңел йылылығы һәм хәстәрлеклегеҙ дәрт бирә, яҡшыға ышанысты арттыра ғына. Еңел булмаған мәшәҡәттәр һеҙҙең иңдәргә төшһә лә, һеҙ ҡатын-ҡыҙ матурлығын, наҙығыҙҙы, шаян кәйефегеҙҙе юғалтмайһығыҙ.
Тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең һәм уларҙың ата-әсәләре ихтирамын теләйбеҙ. Көндәрегеҙ яҡты һәм аяҙ булһын, ҡыйынлыҡ һәм уңышһыҙлыҡтар ҡар һыуҙары менән ағып китһен. Үҙегеҙгә, балаларығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек! Бәләкәй һәм ҙур хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Байрам менән!
Ирина Ибраһимова,
Район мәғариф бүлеге начальнигы.
Читайте нас: