Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2020, 08:20

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым! Тормошобоҙҙо ҡатын-ҡыҙҙар хәстәрлеге һәм яратыуынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай...

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Тормошобоҙҙо ҡатын-ҡыҙҙар хәстәрлеге һәм яратыуынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә усағын һаҡлай, ирҙәр менән бер рәттән сәнәғәт, фән, сәнғәт, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәт итә һәм, иң мөһиме, балаларға ғүмер бүләк итә, уларҙа яҡшы кешелек сифаттары тәрбиәләй. Беҙ һеҙҙең һөнәри ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ, һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Һеҙгә мөхәббәт һәм етеш тормош, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәүегеҙҙе, сәләмәт, бәхетле һәм һөйөклө булыуығыҙҙы теләйем. Ә яҙ һеҙгә тик ҡыуаныстар һәм теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын килтерһен. 8 Март байрамы менән!
Юлай ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: