Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2020, 08:00

Байрам менән!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Ихлас күңелдән һеҙҙе 8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!
Ихлас күңелдән һеҙҙе 8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!
Һеҙ барыһына ла өлгөрһөгөҙ: ир-егеттәр менән тиң, ҡайһы саҡ яҡшыраҡ та эшләргә, өйҙә йәм һәм ҡот булдырырға, яҡындарға ҡарата хәстәрлекле булырға, ирҙәрҙе ҡарарға, балаларығыҙҙы тәрбиәләргә. Шулай ҙа донъя мәшәҡәттәре араһында матур һәм йәшәү тәмен тойоп, дәртле булып ҡалыуығыҙ, аҡыллы, түҙемле, яғымлы холоҡтарығыҙ һоҡландыра.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оло мөхәббәт һәм ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем!
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
РФ Дәүләт Думаһы депутаты.
Читайте нас: