Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2020, 09:20

Байрам менән!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы исеменән 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы исеменән 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, матурлыҡ та, иң көслө әсәлек хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған. Ул һәр ваҡыт эш менән мәшғүл – балалар үҫтерә, йорт эштәрен башҡара, өҫтәүенә карьера яһай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Шул мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайынса, үҙенең нәзәкәтлеген һаҡлай белә. Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдән файҙаланып, беҙ гүзәл зат вәкилдәренә аяҙ көндәр, матур тормош, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Ғүмерегеҙҙең һәр бер көнө шатлыҡ, ғаилә именлеге, яҙҙың һәм йәшлектең ижади ҡеүәте менән тулы булһын, йөҙөгөҙҙән йылмайыу, эшегеҙҙән дәрт-дарман бөркөлөп торһон, өмөттәрегеҙ аҡланһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА,
Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма
комитетының рәйесе.
Читайте нас: