Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2020, 10:20

Байрам менән!

Хөрмәтле Күмертау ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәрем! Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә беренсе яҙ байрамы, 8-се март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле Күмертау ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәрем!
Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә беренсе яҙ байрамы, 8-се март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр теләйем!
Тормошобоҙҙо, һеҙ, гүзәл заттарыбыҙ биҙәйһегеҙ, ғаилә усағын йылытаһығыҙ, һаҡлайһығыҙ, төрлө өлкәләрҙә ир-аттарыбыҙ менән бер тиң хеҙмәт итәһегеҙ. Иң мөһиме – һөйөклө әсә, балаларға ғүмер бүләк итеүсе бөйөк зат. Ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, шуға бирешмәйенсә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә уңышлы хәл итеп, тормоштан йәм табып, телебеҙ, илебеҙ тип янып йәшәйһегеҙ.
Өйҙәрегеҙҙә һәр саҡ мөхәббәт һәм именлек өҫтөн итһен, яҡындарығыҙ һеҙгә ҡарата хәстәрлекле, иғтибарлы булһын, быйылғы 2020 йылғы яҙ тик шатлыҡтар ғына алып килһен, бар теләгән теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Байрам менән! 8 март менән!
Яҙ байрамы бөгөн, йөҙөгөҙ нурлы,
Ҡараштарығыҙ шундай мөләйем!
Яҙ байрамы менән ҡайнар ҡотлап
Һеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарым бәхет теләйем!
Рәйсә ШӘРИПОВА,
Күмертау ҡалаһы ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас: