Ҡәҙерле, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Гүзәл заттарыбыҙҙҙың әйтеп бөтөргөһөҙ ҡиммәткә эйә күркәм холоҡ һыҙаттары: һөймәлеклелектәре, яғымлылыҡтары һәм матурлыҡтары, аҡыллылыҡтары, түҙемлелектәре һәм күңел иғтибарлылыҡтары алдында баш эйәм. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың төп һәләте – балаларҙы үҫтереү һәм тәрбиәләү, яҡындарына ҡарата мөхәббәт һәм хәстәрлек, өйҙә йәм, ҡот булдырыу.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, бәхет һәм илһам теләйем! Байрам менән!