Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2020, 09:55

Яҙ байрамы ҡотло булһын!

Һәр ваҡытта ил-йорт, милләт ғәме менән йәшәгән, ауылдарыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Илебеҙҙе, телебеҙҙе һөйөп, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, ҙурлап, хуплап йөрөүсе районыбыҙҙың ағинәйҙәре! Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҙҙың иң беренсе, иң яҡты байрамы – 8-се март менән ҡайнар ҡотларға рөхсәт итегеҙ.

Яҙ байрамы ҡотло булһын!
Һәр ваҡытта ил-йорт, милләт ғәме менән йәшәгән, ауылдарыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Илебеҙҙе, телебеҙҙе һөйөп, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, ҙурлап, хуплап йөрөүсе районыбыҙҙың ағинәйҙәре!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҙҙың иң беренсе, иң яҡты байрамы – 8-се март менән ҡайнар ҡотларға рөхсәт итегеҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем.
Районыбыҙҙың зирәк, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары, тормош тәжрибәһе туплаған мөләйем ағинәйҙәр! Беҙ киләһе быуындарыбыҙҙы ата-бабаларҙан ҡалған йолаларыбыҙ, аҡыллы кәңәштәребеҙ менән тәрбиәләп үҫтерәйек. Бөртөкләп йыйылған алтын мираҫты киләһе быуындарға түкмәй - сәсмәй алып барып еткереү беҙҙең иң изге бурысыбыҙ.
Байрамыбыҙ мөбәрәк, табындарыбыҙ түңәрәк булһын!
Ағинәйҙәр күңеле талир тәңкә,
Шуға нурлы минең баш йортом.
Милләт рухын бәйләр ил инәһе барҙа,
Йәшәр әле, йәшәр башҡортом!
Тамара МАЛБАЕВА,
Көйөргәҙе районының төп ағинәйе.
Читайте нас: