Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2020, 08:40

Яҙҙың иң матур һәм яҡты байрамы

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын йөрәктән һеҙҙе яҙҙың иң матур һәм яҡты байрамы – Халыҡ- ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым! Был – матурлыҡ, мөхәббәт һәм изгелек көнө.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Ысын йөрәктән һеҙҙе яҙҙың иң матур һәм яҡты байрамы – Халыҡ- ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым! Был – матурлыҡ, мөхәббәт һәм изгелек көнө.
Сикһеҙ йылылығыҙ, яғымлылығыҙ, изгелекле һәм оло йөрәкле булыуығыҙ, йор аҡылығыҙ һәм сабырлығығыҙ, тормошто матур һәм һоҡланғыс итә белеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Барлыҡ тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, һәр көнгә ҡыуана белгән, беҙҙә ышаныс һәм өмөт уятҡан, ғаилә йылыһын һаҡлаған, балалар тәрбиәләгән, матур, эшлекле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙар алдында баш эйәбеҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, матурлыҡ һәм именлек теләйем. Байрам менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Олег ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас: