Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Илкәнәй ауылы мәҙәниәт усағында “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар” бәйгеһе үтте. Илкәнәй һәм Йомағужа ҡыҙҙарынан торған ике команда үҙ-ара көс һынашты. Төрлө һынауҙарҙы ҡыҙыҡлы һәм оҫта итеп башҡарып “Гөлләмә” командаһы 1-се, ә “Ҡыҙҙар” командаһы 2-се урынға сыҡты.Тимер НИӘТШИН