Все новости
Байрам уңайынан
24 Апреля 2020, 12:01

Хуш киләһең, Рамаҙан!

Көйөргәҙе районының барлыҡ мосолмандарын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Көйөргәҙе районының барлыҡ мосолмандарын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Был изге ай беҙҙең күңелдәребеҙҙе иман нурына ҡойондорһон, яҡшы яҡҡа үҙгәртһен! Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ҡайғы-хәсрәттәрҙән, үҙ-ара үпкәләшеүҙәрҙән, ауырыу һәм юғалтыуҙарҙан һаҡлаһын.
Балаларыбыҙ, уларҙың ата-әсәләре һау сәләмәт булһын, улар бер-береһен ихлас күңелдән яратһын һәм ихтирам итһен!
Изге Рамаҙан айында уҡылған һәр намаҙыбыҙ күңелдәребеҙгә барып етһен.
Ғәҙәттә Рамаҙан айында мосолмандар ифтарға йыйылалар. Быйыл Рамаҙан айы илебеҙҙә яман инфекция таралыу сәбәпле юғары әҙерлек режимы иғлан ителгән осорға тура килде. Шуға күрә лә, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, уртаҡ аштарҙан, аяттарҙан ошо осорҙа тыйылып торорға кәрәк. Хоҙай Тәғәләгә һыйынып иҫәнлектә-һаулыҡта, татыулыҡта ғүмер итәйек. Рамаҙан айы хәйерле үтһен.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы
Читайте нас: