Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем!
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Аллаһҡа шөкөр, мосолмандар өсөн иң изге айға — Рамаҙан шәриф айына ла аяҡ баҫтыҡ. Ул мөбәрәк булһын, һәр беребеҙгә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү юлында уңыштар насип әйләһен. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу юлында һәр беребеҙгә сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип итһен. Ураҙаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын, донъябыҙ имен, күңелебеҙ бөтөн булһын, иншаллаһ. Ҡыҙғанысҡа, быйылғы йылдың ураҙа айында күмәкләшеп йыйылып тәрәүих намаҙҙары уҡып, ифтарҙар үткәрә алмаясаҡбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кәйефтәребеҙҙе төшөрмәйек, ихлас күңелдән ураҙа тотайыҡ. Илебеҙгә килгән коронавирус тигән афәттән дә ҡотолорбоҙ, изге Рамаҙан айын да яҡшы итеп үткәреп ебәрербеҙ, тип ышанам. Ураҙа ғәйетенә тиклем донъяларыбыҙ элекке хәленә ҡайтыр, тигән өмөттә йәшәйек. Амин!