Хөрмәтле ҡала һәм район мосолмандары, ҡәрҙәштәр!
Бына быйыл да, изге Рамаҙан айын ҡаршылайбыҙ. Тик быйылғы Рамаҙан айы, башҡа йылдарға ҡарағанда, ныҡ ҡына айырыла. Алдағы йылдарҙа ураҙаларыбыҙҙы тотоп, мәсеттәребеҙҙә тәрәүих намаҙҙары уҡый инек. Шулай уҡ күмәкләшеп ифтарҙарға йыйыла инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл улай булмаясаҡ. Барыһын да ғаиләләребеҙ менән үҙ өйҙәребеҙҙә үткәрәсәкбеҙ. Бөтә донъяға таралған ҡара сир динебеҙгә, милләтебеҙгә, илебеҙгә, бар донъяға афәт һалмаһын өсөн эшләнә был. Сабыр булайыҡ, Аллаһ биргән һынауҙы ғаиләләребеҙ, туғандарыбыҙ менән бергәләп, бер-беребеҙгә терәк булып үткәрәйек. Бар нәмәлә был донъяла ваҡытлыса. Барығыҙға ла сәләмәтлектәр, сабырлыҡтар теләйем. Изге Рамаҙан айҙарын Аллаһ Тәғәлә ярҙамында еңеллек менән үткәрергә насип булһын. Амин.