Все новости
Байрам уңайынан
30 Апреля 2020, 09:00

30 апрель - Рәсәй янғын һағы көнө

Хөрмәтле янғын һүндереүсе хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар!30 апрель – профессиональ байрамығыҙ, Янғын һүндереүселәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле янғын һүндереүсе хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар!
30 апрель – профессиональ байрамығыҙ, Янғын һүндереүселәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Бөтә заманда ла һеҙҙең хеҙмәтегеҙ хәүефле, шул уҡ ваҡытта юғары намыҫлы тип иҫәпләнә. Хәүеф-хәтәргә тарығандарҙы ҡотҡарыу, матди һәм тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу, яуаплы, тормошта мөһим булған ут-янғын һүндереү һәм профилактика буйынса бурыстар һеҙҙең иңдәргә ятҡан. Һеҙҙең эшегеҙ: ҡыйыулыҡ, тотанаҡлыҡ сифаттарын; һәр минут ут менән алышҡа әҙер тороуҙы; урындағы хәлде тиҙ һәм дөрөҫ итеп билдәләп, оператив рәүештә бөтә сараларҙы күреүҙе талап итә. Ғүмерегеҙҙе аямай, киҫкен шарттарҙа эш итеп, һеҙ фиҙаҡәр һәм юғары профессионализм күрһәтәһегеҙ. Героик хеҙмәтегеҙгә һәм еңел булмаған эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйем! Беҙҙең ауыл урамдарында хәүефле сирена тауыштары һирәгерәк яңғыраһын, ғаиләләрегеҙ менән осрашыу мөмкинлеге йышыраҡ булһын ине!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: