Все новости
Байрам уңайынан
1 Мая 2020, 11:30

Үткән йылдар ауаздары

Колхоздар һәм совхоздар малсылығында эшләүселәр 1 Майҙы хеҙмәттә һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайҙар...#1мая #ПраздникВесныИтруда

Малсылар рапорт бирә
Колхоздар һәм совхоздар малсылығында эшләүселәр 1 Майҙы хеҙмәттә һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайҙар.
Таймаҫ совхозы һауынсыһы Флүрә Солтангәрәева мартта һәр һауын һыйырынан 350-шәр килограмм һөт һауғайны, хәҙер ҙә ул темпты түбәнәйтмәй, һәр көн 14-15-әр килограмм һөт һауып ала.
«Россия» колхозы һауынсыһы К. Салькова ла байрамды яҡшы бүләк менән ҡаршылай. Апрелдә ул һәр һыйырҙан 225-әр килограмм һөт һауҙы.
Һауынсылар М. Ғәҙиләева (Көйөргәҙе совхозы), Ф. Миһранова (Таймаҫ совхозы), Е. Пешкова («Россия» колхозы) һәм башҡа бик күптәр һауымды арттыра баралар. Һауын һыйырҙар гурты көтөүселәре һауынсыларға актив ярҙам итәләр.
«Ильич юлы»,
1967 йыл, 1 май, №53
Игенселәр — Майға
Районыбыҙ хужалыҡтарының баҫыу эшсәндәре 1 Майҙы лайыҡлы ҡаршылайҙар.
Киров исемендәге, «Россия», «Дружба», «Золотой колос», Калинин исемендәге, «Искра» колхоздары, Көйөргәҙе совхозы иртә ярауай культуралар сәсеүҙе тамамланылар. Мораптал, Таймаҫ совхоздары, «Красная поляна», «Путь к коммунизму», Куйбышев исемендәге колхоздар һуңғы гектарҙарҙы сәсәләр.
Быйыл барлыҡ хужалыҡтарҙа ла сәсеү ҙур ойошҡанлыҡ менән һәм юғары агротехник кимәлдә үткәрелде.
Механизаторҙар Т. Йәнбирҙин, Х.Вәлиев, И. Попов, Н. Малянов, И. Барановский һәм башҡа бик күптәр иртә культуралар сәсеүҙе уңышлы үткәреүгә ҙур хеҙмәт өлөшө индерҙеләр.
Күп кенә хужалыҡтарҙа шәкәр сөгөлдөрөн ғәҙәттәгенән иртәрәк сәсеү өсөн ер әҙерләйҙәр.
«Ильич юлы»,
1967 йыл, 1 май, №53
Заданиегә өҫтәмә рәүештә
Күмертау брикетселәре юбилей йылында пландан тыш 25 мең тонна брикет бирергә йөкләмә алғайнылар.
Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығы хөрмәтенә ярышҡа ҡушылып, фабрика коллективе Халыҡ-ара 1 Май байрамына пландан тыш 30 мең тонна брикет эшләп сығарҙы.
Инженер В. И. Самохин етәкселек иткән смена пландан тыш 9500 тонна яғыулыҡ етештерҙе.
Н. Гречко, фабрика директоры
Р. Янғуразов, партбюро секретаре
«Ильич юлы»,
1967 йыл, 1 май, №53
#1мая #ПраздникВесныИтруда
Читайте нас: