Все новости
Байрам уңайынан
22 Мая 2020, 11:18

Фитыр саҙаҡаһы

Фитыр саҙаҡаһы, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә. Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.#Рамазан #Ураза #Фитыр #Садака

Фитыр саҙаҡаһы, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә. Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.
Фитыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле. Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.).
Быйыл иҫәпләп сығарылған фитыр саҙаҡаһы күләме — хәллеләргә 100 һум, уртаса йәшәгән хәллеләргә 200 һум һәм бай йәшәгәндәргә 700 һумдан билдәләнгән.
Фитыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөрөү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фитырҙы аҡсалата, йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.
Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелә:
1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте булып та, алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир, тип һанала.
2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс-ҡеүәте булмағандарға.
3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.
4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (етемдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.
Читайте нас: