Все новости
Байрам уңайынан
24 Мая 2020, 08:40

Бына инде көтөп алған Рамаҙан айыбыҙ уҙып та китте

Айырым-айырым булһаҡ та, бар мосолмандар рухи яҡынлыҡта булдыҡ.

Мосолман ҡәрҙәштәрем!
Бисмилләһир-рахманир-рәхим. Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бына инде көтөп алған Рамаҙан айыбыҙ уҙып та китте. Донъяға таралған яман сир тәьҫире аҫтында барыбыҙ ҙа ураҙаларыбыҙҙы тотоп, тәрәүих намаҙҙарын һәм ифтарҙарҙы ғаиләләребеҙ менән башҡарҙыҡ. Айырым-айырым булһаҡ та, бар мосолмандар рухи яҡынлыҡта булдыҡ. Әлхәмделилләһ, байрамыбыҙ, Ураҙа ғәйете лә ғаиләбеҙҙә генә үтә. Уны онлайн рәүешендә байрам итәбеҙ. Аллаһ ебәргән һынауға риза булайыҡ. Артабан да, һаулыҡта, сәләмәтлектә, ғаиләләребеҙ тулы килеш, киләһе байрамдарҙы ла ҡаршыларға Аллаһ Тәғәлә насип итеүенә доғалар ҡылайыҡ.
Азат хәҙрәт ХӘЛИЛОВ,
Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы
имам-мөхтәсибе
Читайте нас: