Все новости
Байрам уңайынан
24 Мая 2020, 08:35

Изге Ураҙа байрамы

Хөрмәтле Күмертау ҡалаһы мосолмандары!Һеҙҙе ысын күңелдән изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!

Хөрмәтле Күмертау ҡалаһы мосолмандары!
Һеҙҙе ысын күңелдән изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!
Бөгөн мосолмандар ураҙа тамамланыу уңайынан туғандары һәм таныштары менән йыйыла, бер-береһенә хөрмәтен белдерә, күңел йылыһын өләшә, яҡындарын иҫкә төшөрә. Беҙҙең ҡалала төрлө милләт һәм дин вәкилдәре татыулыҡта йәшәй. Ғаилә ҡиммәттәре, дин һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлек нығына.
Ысын күңелдән һеҙҙе Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Изге Ураҙа байрамы йорттарығыҙға ҡот, бәрәкәт, күңелдәрегеҙгә яҡтылыҡ һәм тыныслыҡ алып килһен! Изге айҙа йыйған игелектәрегеҙ һеҙҙең менән мәңгелеккә ҡалһын! Һеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙға именлек һәм уңыштар теләйем!
Олег ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы
Читайте нас: