Көйөргәҙе районының барлыҡ мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Изге Рамаҙан айының тамамланыуын белдергән был бөйөк байрам беҙҙең күңелдәребеҙҙең таҙарыныуын, ҡыуанысты, ышаныс булдырыуҙы, рухи нигеҙҙәрҙең нығыныуын символлаштыра. Нәҡ шуның өсөн Ураҙа байрамын быуаттар буйы ислам динендәге барлыҡ милләт вәкилдәре хөрмәт итә. Район мосолмандары киләсәктә лә шулай халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытырҙар, бер-береһенә хөрмәт менән ҡарарҙар, изге күңелле күршеләр булып ҡалырҙар, тип ышанам.
Ураҙа байрамы һәр йортҡа, һәр ғаиләгә йылылыҡ һәм шатлыҡ, татыулыҡ һәм муллыҡ, тыныслыҡ һәм именлек алып килһен, ә был изге айҙың изгелеге һәм сауабы көндәлек тормошта һәр саҡ беҙҙең эргәлә генә йөрөһөн!